«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы йорт төҙөлөшөн веб-камералар күҙәтә



14.02.2012 Яңы йорт төҙөлөшөн веб-камералар күҙәтә

Яңы йорт төҙөлөшөн веб-камералар күҙәтә
Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһында 28 ғинуарҙа газ баллоны шартлау арҡаһында 16 фатирлы ике ҡатлы йорт емерелде, кешеләр торлаҡһыҙ ҡалды. Төҙөлөш участкаһында веб-камералар республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса урынлаштырылды.
Йорт 1 майға тиклем сафҡа индерелергә тейеш, торлаҡһыҙ ҡалыусылар яңы фатирҙарҙы 1 июндә аласаҡ. Төҙөлөш барышын «Йәмәғәт электрон газетаһы»ның сайтында күҙәтергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға