«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һорау-яуап



10.02.2012 һорау-яуап

25 йыл стаж булыуы мотлаҡ

ҡатыным 26 йыл мәктәптә эшләне. 1979, 1982 йылдарҙа декрет ялында булыуын иҫәпкә алғанда, уға выслуга буйынса пенсия тейешме?
Ә. АЙЫТБАЕВ.

Әлшәй районы.

Льготаға хоҡуҡ алыу – хеҙмәт пенсияһына алдан сығыу өсөн ҡатынығыҙға 25 йыл педагогик стаж кәрәк. Тейешле ваҡытты тултырғандан һуң ул, 55 йәше тулмаһа ла, хаҡлы ялға китә ала. Әммә бала ҡараған өсөн ял педагогик стажға тулыһынса индерелмәй, нисә бала булыуына ҡарамаҫтан, өс йыл ғына индерелә.
Шуға ла ҡатынығыҙға оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн пенсияға сығырға стажынан төшөп ҡалған йылдарҙы тултырырға кәрәк.

Нисә көндә ҡарала?

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың ғаризаһын нисә көн эсендә ҡарарға тейеш?
Мөрәжәғәт буйынса күрелгән саралар тураһында улар ғариза биреүсегә хәбәр итергә бурыслымы?
Л. МӘҡСҮТОВА.

Күгәрсен районы.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт эше тураһындағы ғаризаны өс тәүлектән дә һуңлатмай йәиһә ун тәүлек эсендә ҡарарға бурыслы. Мөрәжәғәтте ҡарағандан һуң улар енәйәт эшен ҡуҙғатыу, енәйәт эшен асыуға нигеҙ булмауы һәм енәйәт эше буйынса ғаризаны судҡа ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Әгәр ҙә ғаризағыҙға яуап ебәрелмәһә, дәғүә белдереп, юҡ икән, үҙегеҙ йәшәгән район прокуратураһына йәки БР буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Тырнаҡ буяуы зарарлымы?

Мин матур маникюр яратам. Тырнаҡтарым тиҙ һыныусанға әйләнде, һарғайҙы. Тырнаҡ буяуы шулай зарарлымы икән ни?
Ләйсән.

Мәләүез районы.

Косметология өлкәһе белгестәре фаразлауынса, элек косметикала ҡыҙыл төҫ алыу өсөн ҡулланылған төҫ пигменты канцерогендар иҫәбенә индерелгән булған. Шунан һуң был пигментты етештереү туҡтатылған. Тырнаҡҡа маникюр яһағанда иң яҡшыһы – тәүҙә төҫһөҙ буяу буярға кәрәк, шунан һуң ғына лак буяла. Тырнаҡ лагын һатып алғанда составында формальдегид булмауын тикшерегеҙ. Әгәр ҙә лакты һөртөп алғанда ла уның буяуы тырнаҡта ҡала икән, тимәк, косметика сифатһыҙ тигән һүҙ.
Шуны ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, тырнаҡ төбөндә биологик нөктәләр урынлаш­ҡан. Аҙ ғына токсик компоненттың да һаулыҡ өсөн зарарлы булыуы мөмкин. Тырнаҡ буяуын һөртөп алыу өсөн шыйыҡсаны ла аҙнаһына ике мәртәбәнән дә күберәк ҡулланмағыҙ һәм составында ацетон булмағанына өҫтөнлөк бирегеҙ.

Бергә йәшәүселәрҙең ризалығы кәрәк

Хосусилаштырылған фатирҙы алмаштырыу нисек ғәмәлгә ашырыла?
Н. ҒӘЛИМОВА.

Салауат ҡалаһы.
Граждандарҙың милкендәге фатирҙарҙы алмашыу унда йәшәүселәрҙең барыһының да яҙма ризалығы менән башҡарыла. Бәлиғ булмаған балалар булған осраҡта, нотариаль конторанан опека һәм попечителлек органының ризалығы кәрәк. Фатирҙарҙы алмашыу йәки айырым һәр фатирҙы һатыу – һатып алыу тураһындағы килешеү менән нығытыла.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға