«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бергәләп ярҙам итәйек!



10.02.2012 Бергәләп ярҙам итәйек!

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты өлкәләге китапханалар өсөн башҡорт телендәге китаптарҙы йыйыу буйынса «Китап менән бүлеш» тигән акция иғлан итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла был эшкә ҙур теләк менән ҡушыла.
Үкенескә күрә, төбәктә башҡорт телендәге китаптарҙы һәм матбуғат баҫмаларын һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Шунлыҡтан әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күбеһе уҡырға теләгән китабын хатта китапхананан да таба алмай. Булған китаптар ҙа бик иҫкергән, бөгөнгө уҡыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Ул ғына ла түгел, интернет селтәрендә лә башҡортса китаптарҙы табыу ҡыйын.
«Беҙ ғилми, әҙәби, методик китаптарға бик шат булыр инек. Айырыуса әкиәттәр, легендалар, шиғырҙар тупланғандары кәрәк. Теле асылып ҡына килгән балаға ата-әсәһе үҙ телендә китап уҡыһа, күпме бала туған телен белер, яратыр, онотмаҫ ине», − ти акцияны ойоштороусылар. Шулай уҡ ике телдәге (башҡорт, рус) китаптарға ла ихтыяж бар.
Акция Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышлана һәм 19 февралгәсә дауам итә. Кем милләттәштәребеҙгә ярҙам итергә теләй, китаптарҙы түбәндәге адрес буйынса килтерә ала: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт, 213-сө йә 217-се бүлмә («Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға