«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Сочи – 2014» Олимпиадаһын күргегеҙ килһә…



10.02.2012 «Сочи – 2014» Олимпиадаһын күргегеҙ килһә…

Әүҙем, алсаҡ, ярҙамсыл кешеләргә волонтерҙар үҙәгенең ишектәре асыҡ
2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Олимпиа­даға волонтерҙар йыйыуға старт бирелде – www.vol.sochi2014.com. сайтында (әйткәндәй, был сайтта бик күп ҡыҙыҡлы материалдар бирелгән, волонтерлыҡ хәрәкәте тураһында бөтә мәғлүмәт бар. Тәҡдим ҡыҙыҡһындырһа, мотлаҡ инеп ҡарап сығығыҙ!) ғариза тултырыр­ға мөмкин. Бынан һуң ғаризағыҙ 26 волонтер үҙәгенең береһенә эләгәсәк һәм бер нисә көн эсендә электрон почтағыҙға һайлап алыу әңгәмәһенә саҡырыу киләсәк.
Кем һуң ул Олимпия уйындары волонтеры? Ул – үҙ ирке менән, эше өсөн хеҙмәт хаҡы алмайынса эшләргә риза булған кеше. Делегацияларҙы оҙатып йөрөү, аккредитация эшендә, стадиондарҙа ярыштар үткәреү мәлендә ярҙам итеү, транспорт системаһының эшен тәьмин итеү – бөтә ошо эштәр менән шөғөлләнәсәктәр.
Бары тик йәштәр генә волонтер була, тигән стереотип йәшәй. Был дөрөҫ түгел. Ванкуверҙа, мәҫәлән, улар­ҙың уртаса йәше 44 булған. Эшләп йөрөүсе кешеләр ҙә, хатта пенсионерҙар ҙа волонтер була ала. Иң мөһиме, 2014 йылда Олимпиада башланыр алдынан уға 80 йәштән күберәк һәм 18 йәштән кәмерәк булмаҫҡа тейеш. Тағы ла бер мөһим шарт – инглиз телен белергә тейеш.
Һәр бер волонтер менән килешеү төҙөлә, унда ойоштороу комитеты менән хеҙмәттәшлек итеү нигеҙҙәре ентекләп яҙыла. Ойоштороу комитеты волонтерҙарҙы эш мәлендә йылы аш, униформа һәм Олимпия объекттары араһында бушлай йөрөү менән тәьмин итә.
Һәр кемдең Олимпия уйындарының волонтерҙар командаһына эләгеү мөмкинлеге бар. Сөнки уларҙың дөйөм һаны 25 мең кешегә етәсәк. Донъя масштабындағы саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға