«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Киләсәккә өмөт бармы?



07.02.2012 Киләсәккә өмөт бармы?

йәки Дәүләт йәш ғаиләләр­ҙе социаль яҡлауҙы көсәйтергә тейеш
Йәш ғаиләгә һәм күп балалы ғаиләләргә хөкүмәтебеҙ күп ярҙам итә. Бала тыуғас та уға бала табыу йортонда йүргәктәренән алып бер ҡат кейеменә тиклем биреп сығаралар. Сабыйға бер тапҡыр бирелгән пособие ла ун мең һумдан ашыу. Республика хөкүмәте хәстәрлеге менән дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр ай һайын дәүләт ярҙамы ала. Әммә ғаиләнең матди хәлен нығытыр өсөн былар ғына аҙ. Һәр әсәй минең менән килешер, 1,5 йәштән һуң балаға сығымдар күпкә арта. Туҡланыуға ла, кейемгә лә аҡса күп кәрәк. Сауҙа кәштәләренә күҙ һалығыҙ, балалар кейемдәре ололарҙыҡынан да ҡиммәт бит. Бер яҡтан, хөкүмәтебеҙ сабыйҙар хаҡында хәстәрлек күрһә, икенсе яҡтан, биргән аҡсаһын бер нисә тапҡыр арттырып кире алған кеүек.
СССР ваҡытында бер балаға бирелгән аҡсаға әллә күпме әйбер һатып ала инек. Ғаиләнең килеме аҙ булғанда түләнгән 12 һум аҡсаға 5 − 7 һумға йылы итек, 1 һум 14 тингә колготки, 1 һум 20 тингә сандали, 70 − 80 тингә майка, 40 − 60 тингә трусиктар алырға мөмкин ине. Ике ай ярым йыйған пособиеға йылы пальто алыу мөмкинлеге булды. Ә бөгөн түләнгән 137 һум пособиеға нимә килә һуң? Бер колготки алып була, ул да булһа − ҡытайҙыҡы. ҡайҙа беҙҙең Ишембай трикотаж фабрикаһының элекке ныҡлы ойоҡтары, сифатлы колготкиҙары? Йәки Салауат ҡалаһының тегеү фабрикаһы етештергән ҡышҡы өҫ кейемдәре? ҡытай етештереүселәренә өҫтөнлөк биргәнсе, арзаныраҡ хаҡҡа үҙебеҙҙең күпкә сифатлы тауарҙарҙы рәхәтләнеп алыр инек.
Әле күп балалы ғаиләләргә бушлай ер биреү тураһында республика хөкүмәтенең ҡарары булды. Элек бит барса халыҡҡа ер бушлай бирелде. Ә хәҙер бит күпме ер эшкәртелмәй, хужаһыҙ ята. Элекке һөрөнтө ерҙе сүп-сар баҫып бөттө. Ер алырға уйлаһаң, әллә күпме ҡағыҙ артынан йөрөргә кәрәк, иҫке йортоң урынына йорт һалам тиһәң дә, рөхсәт ҡағыҙы алыу өсөн 4 мең һумдан да кәм аҡса китмәй. Ябай эшсе йәки крәҫтиән нисек, ҡайҙан аҡса табып ер алһын да, йорт һалһын, ти.
Бөгөн илдә байҙар байығандан-байый, ярлылар һаны артҡандан-арта. Ул байҙар хәләл көстәре менән мал тапҡан тиһегеҙме? Былтыр декабрҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте. Беҙ өмөт бағлап һайлаған депутаттар үҙҙәренең эшмәкәрлегендә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәргән программаларға өҫтөнлөк бирһен ине.

М. РӘХИМОВА.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға