«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ғаилә, бала һәр ваҡыт дәүләт яҡлауы аҫтында булырға тейеш



03.02.2012 Ғаилә, бала һәр ваҡыт дәүләт яҡлауы аҫтында булырға тейеш

Республикабыҙҙа һәр йылдың ниндәй­ҙер исем аҫтында үтеүе юҡҡа ғына түгел. Һөҙөмтәлә маҡсатҡа ярашлы аныҡ эштәр башҡарыла, мохтаждарға ярҙам күрһәтелә. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларға, 2012 йылдың «Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы» тип иғлан ителеүенә нисек ҡарайһығыҙ, унан нимәләр көтәһегеҙ, тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Зилә ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары:
– 2012 йылдың Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителеүен, һис һүҙһеҙ, дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләйем. Хәүеф­һеҙлек, сәләмәтлек, белем биреү, тәрбиә һәм балаларға бәйле башҡа мәсьәләләргә иғтибар бер ҡасан да артыҡ түгел, ул һәр саҡ кәрәк. Сөнки йәмғиәттең именлеге тураһында балаларҙың, бала саҡтың именлегенә ҡарап ҡына фекер йөрөтөргә мөмкин. Ғаилә, бала – был тиңе булмаған ҡиммәттәр һәр ваҡыт дәүләт яҡлауы аҫтында булырға тейеш.

Розалиә СОЛТАНГӘРӘЕВА, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы, профессор:
– Үтә лә техноген заманда, үтә лә аҡса һәм матди байлыҡтар кешелек аңының түр урынын алғанда, рухи ҡиммәттәр, халыҡтың, милләттең быуаттар буйы килгән рухи бағаналары, хазиналары емерелеп, бөтөнләй икенсе төҫ алғанда ошо иң төп ҡиммәт – ғаилә ҡиммәтен алға сығарыу ифрат мөһим. Сөнки кеше йәмғиәт, ниндәйҙер ойошма йәиһә хеҙмәт коллективы ағзаһы булырҙан алда иң беренсе ғаилә ағзаһы ул. Уның төп дәүләте – ғаиләһе. Нисек кенә итеп уйлаһаң да, ғаилә һау-сәләмәт, ныҡлы булмаһа, ярты-йорто булһа, был уның эшендә лә сағыла. Быны психологтар ҙа, социологтар ҙа, ғаиләләр менән эшләүсе белгестәр ҙә, ғалимдар ҙа раҫлай. Шуға күрә ғаилә ҡиммәтен алға сығарыу бик урынлы һәм мөһим. 2011 йылдың октябрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезында ла беҙ ғаилә институтын нығытыуҙы төп пландарыбыҙҙың береһе итеп алдыҡ. Шуға ярашлы «Бәхетле никахтың тәүге йылы» тигән акция ойошторҙоҡ. Уның буйынса, кейәүгә сығып, бер йыл матур итеп, имен-аман йәшәгән ҡыҙ, атай йортона ҡайтып, бәләкәй генә туй ойоштора. Ғөмүмән, башҡорт халҡының йолаһы буйынса кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бер йыл атай йортона ҡайтырға хоҡуғы булмаған. Шуға тиклем улар­ҙың тормошона бер кем дә ҡыҫылмаған. Бына шулай һиҙгер башҡорт аҡылы менән тыуҙырылған матур йола ул.

Рәмилә САЛАУАТОВА, Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе:
– Беҙҙә Ғаилә йылы ла, Бала йылы ла булды, быйыл килеп шулай дөйөмләштереп алыныуы бик тә дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Сөнки ғаилә ныҡлы һәм татыу икән, унда үҫкән баланың бала сағы ла матур үтә. Әле беҙ ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советының ултырыштарын үткәрәбеҙ, халыҡ менән осрашҡан ваҡытта ошо мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Халыҡ та бик яратып ҡабул итте. Һуңғы йылдарҙа ғаиләләрҙең күпләп тарҡалыуы, ғаилә ҡиммәттәренең юғала барыуы һәр кемдә борсолоу уята. ҡатын-ҡыҙ − ғаилә тотҡаһы, тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, ғаилә ныҡлығы өсөн яуаплылыҡ күберәк ҡатын-ҡыҙ иңендә. Шуға күрә эшебеҙҙе лә ошо йүнәлештә дауам итергә уйлайбыҙ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға