«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рухлы һәм дәртле йәштәр кәрәк



27.01.2012 Рухлы һәм дәртле йәштәр кәрәк

Рухлы һәм дәртле йәштәр кәрәк
Яңыраҡ Өфө ҡалаһы Совет райо­ны башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 2012 йылдағы тәүге ултырышы үтте. ҡоролтай ағзалары ойошманың эшен йәнләндерерҙәй саралар, быйыл күҙалланған мөһим ваҡиғалар хаҡында һөйләште, эш планын раҫланы.
Совет районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эргәһендә йәштәр советы ойоштороуҙың да өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуы, киләсәктә ойошма эшенә йәш, дәртле, рухлы егет һәм ҡыҙҙарҙы йәлеп итергә кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Ултырышта шулай уҡ башҡорт телен ҡала мәктәптәрендә уҡытыу, башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәсьәләләре лә тикшерелде.

Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға