«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күңелгә йыйылғанды уртаға һалып



24.01.2012 Күңелгә йыйылғанды уртаға һалып

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында «Аҡтамыр» мәғарифҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм «Күк бүре» йәмәғәт ойошмаһы берлектә «Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәл торош тураһында» тигән темаға һөйләшеү үткәрҙе.
Сараға «Туған тел» ойошмаһынан да, «Башҡортостан киләсәге» хәрәкәте вәкилдәре лә, ветеран йәмәғәтселәр, ғөмүмән, милләттәштәр менән көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында фекер алышырға, кәңәшләшергә килгәйне.
«Аҡтамыр» рәйесе Ирек Агишев үҙенең сығышында бөгөн күптәрҙе борсоуға һалған темаларҙы күтәрҙе. Унда милли мәктәптәр тирәләй мәсьәләләр ҙә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү ҙә, власть органдары менән бәйләнеш, әле эшләп килгән башҡорт йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә сағылыш тапты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына халыҡ мәнфәғәтен әүҙемерәк яҡлауҙы яйға һалырға тигән тәҡдим әйтелде. Әйткәндәй, әлеге ойошманан етәкселәр ултырышҡа инмәне. Заманында гөрләп эшләгән «Аҡ тирмә»не һағыныуҙарын да еткерҙе ошонда йыйылыусыларҙың байтағы.
Бер аҙ ғына үткәнгә әйләнеп ҡайтҡанда, йәйен ниндәйҙер Мартинс фамилиялы малайҙың башҡорт телен өйрәнергә теләмәүе хаҡында хәбәр барлыҡ виртуаль донъяны урап сыҡҡайны. Күп тә тормай, Дулов атлы әфәнде мосолман байрамдарына ҡаршы сыҡты. Ә беҙ башта нисек яуап ҡайтарырға ла белмәй албыр­ғап ҡалдыҡ. Ошондай кәртә-ҡаршылыҡтар, халыҡҡа бысраҡ сәсеүсе сайттарҙың бер ниндәй тыйыуһыҙ эшләп килеүе беҙҙең моңһоҙлоғобоҙҙо ла күрһәтәлер, бәлки. Быға нисек сик ҡуйырға? Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар тап ошоға ла яуап эҙләне.
Әлбиттә, алда көтөлгән РФ Президентын һайлау темаһын да урап үтмәнеләр. Был юҫыҡта һәр кемдең төптән уйлап, республика (ҡайһы бер кандидаттарҙың тел төбөнән милли төбәктәргә теш ҡайрау ҙа һиҙелә бит) үҫешенә битараф булмаған, беҙҙе, йәғни башҡорттар­ҙы, ҙур тарихлы халыҡ булараҡ ихтирам итә белгән кандидат өсөн тауыш биреү кәрәк. Аңлағанға – ишара.
Шуныһы ла бар: «Күк бүре» етәксеһе Азат Сәлмәнов сығышында, өлкән быуын кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу, аҡһаҡалдарыбыҙҙы тыңлау мөһим, тигән фекерҙе әйтте һәм йыйылышта ҡатнашыусыларға аҡһаҡалдар советы кәрәклеге тураһында тәҡдим индерҙе. Был барыһы тарафынан да хупланып, яҡын арала милләтем тип янып йөрөгән абруйлы шәхестәребеҙ тупланған совет булдырырға хәл ителде.
Бөгөн ижтимағи ойошмалар байтаҡ. Кемдер уларҙы берләштерергә тигән уй менән дә яна, берәүҙәр, киреһенсә, күп булһа ла, бер маҡсатлы булһын, тип бара. Нисек кенә тимә, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған, халыҡҡа яҡын йәмәғәт ойошмалары эшләргә тейеш. Иң мөһиме, башҡалар алдында абруйы ла булһын, эше лә күренһен, власть әһелдәре менән тейешле кимәлдә һөйләшә лә белһен.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға