«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!



06.01.2012 Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең мөхәрририәт, һәр үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, йыл буйына уңышлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ баҫмаға даими һәм әүҙем яҙышып, редакция коллективын да, гәзит уҡыусылар­ҙы ла үҙҙәренең ҡыҙыҡлы, фәһемле, уйландырырлыҡ материалдары менән ҡыуандырған хәбәрселәрен билдәләп, уларға «Йәшлек» гәзитенең йыл лауреаты» тигән мәртәбәле исем, аҡсалата премия тапшыра. Шулай итеп, 2011 йылда башҡарылған эштәрҙе, ҡаҙаныштарыбыҙҙы барлап, йыл буйы уҡымлы мәҡәләләр яҙған хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм әүҙем хәбәрселәребеҙ:
Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
– ижтимағи-сәйәси темаларға яҙыусы һәм үҙенең тос, бай уй-фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашыусы Алһыу ИШЕМҒОЛОВА;
Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
– дин, иман темаһына әүҙем яҙышыусы, йәштәрҙе рухлы итеп тәрбиәләү мәсьәләләрен ҡыйыу күтәреп сығыусы Фәнирә ҒАЙСИНА;
Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
– гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙенең кинәйәле хикәйәләре, төплө мәҡәләләре менән күптән билдәле, танылған прозаик, Сибай яҙыу­сылар ойошмаһы етәксеһе Хәйҙәр ТАПАҡОВ ошо абруйлы исемгә лайыҡ булды.
2011 йылғы лауреаттарыбыҙҙы ихлас күңелдән ижади уңыштары, шулай уҡ Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!
ҡәҙерле дуҫтар, редакцияға быйыл ҡыҙыҡлы мәҡәләләрегеҙҙе даими ебәреп торһағыҙ, һеҙҙең дә йыл аҙағында лауреаттар исемлегенә эләгеүегеҙ ихтимал.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға