«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡышҡы ҡояш – мандариндар



17.12.2011 Ҡышҡы ҡояш – мандариндар

Баҙарҙың йәшелсә-емеш һатылған урынына барһаң, мандарин еҫе аңҡып тора. Етте шул, ниһайәт, килеп етте ҡыштың ҡаты һыуыҡтарында ҡояш кеүек йылытҡан тәмле мандариндар ваҡыты! Уға файҙалы булыуы менән дә, тәме менән дә ҡыуандырған хөрмә ҡушыла. Декабрҙең икенсе яртыһы башланыу менән халыҡ ҙур сумкалар тотоп баҙарға, супермаркеттарға йүнәлә. Яңы йыл байрамына алдан әҙерләнеү хәйерлерәк – ай аҙағында сауҙа нөктәләрендә алма төшөрлөк тә урын ҡалмай. Һеҙ ҙә оҙаҡламағыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, Яңы йыл байрамы алдынан аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ ҡына күтәрелә торған. Түбәндәге таблицала хаҡтар 13 декабргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бирелә.
Хаҡтар – һумда

Һыйыр ите 240 – 330
Йылҡы ите 230 – 280
Тауыҡ ите 90 – 130
ҡаҙ ите 230 – 260
Күркә ите 235 – 250
Дөгө ярмаһы 29 – 45
ҡарабойҙай ярмаһы 38 – 42
Тары ярмаһы 18 – 20
Шәкәр 29 – 32
Он 19 – 25
ҡыяр 90 – 110
Помидор 90 – 20
Картуф 10 – 15
Кишер 10 – 20
Һуған 10 – 20
Хөрмә 60 – 95
Мандарин 75 – 95
Гранат 90 – 100
Виноград 80 – 100
Ауыл майы 350
Ауыл эремсеге 100 – 120
10 дана йомортҡа 32 – 80
Минтай балығы 75 – 85
Аҡ май 132 – 145
Үҫемлек майы 62 – 65

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға