«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фаягөлгә лә приз тапшырылды



10.12.2011 Фаягөлгә лә приз тапшырылды

Фаягөлгә лә приз тапшырылды
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы менән республиканың йәштәр гә­зиттәре ойошторған викторинала «Йәш­лек» гәзитенән өсөнсө урынды яулаусы Фаягөл Әбделғужина мәктәптә тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында 10-сы синыфта белем алған уңған ҡыҙ дәрестәрҙән ҡалған ваҡытын ҡайһы бер йәштәр кеүек интернет селтәрендә үткәрмәй. Фаягөл спорт менән бик дуҫ, уны мәктәп, район кимәлендә үткәрелгән еңел атлетика, волейбол ярыштарында кү­рергә мөмкин. Ә ҡышын инде саңғыға баҫа.
Уңған кеше бөтә ерҙә лә өлгөрә, «Йәшлек»тә ойошторолған конкурста ҡатнашыу өсөн ул китапханала ултырып оҙаҡ әҙерләнгән. Әле өсөнсө урынды яулауын белгәс, ҡышҡы һалҡындар тип тормайынса, лайыҡлы бүләген алыу өсөн Өфөгә килгән.
− Быға тиклем «Йәшлек»тә ойош­торол­ған бер генә уйында ла, конкурста ла ҡатнашҡаным бул­маны. Хәҙер ярат­ҡан гәзитемдә, ысын­лап та, бик шәп бүләктәр оторға мөмкин икә­нен белдем. Башҡа­лар ҙа үҙенең белемен, от­ҡор­лоғон һынап ҡа­рарға тар­тын­ма­һын, − ти Фая­гөл.
«ҡайтыу менән «Йәшлек»-фа­раз» уйынына хат яҙып ебәрәм әле», − тип дәртләнеп ҡайтып китте еңеүсебеҙ.
Ә һин, хөрмәтле гәзит уҡыу­сым, «Йәшлек»тә барған бөтә конкурстар һәм уйындар менән танышһыңмы? ҡатнашырға әҙерһеңме? Бүләкте бит алыуы ғына түгел, биреүе лә ҙур бәхет − бүләктәр һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Самат ҡОТЛОЕВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға