«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Эшҡыуарға 20 һорау



06.12.2011 Эшҡыуарға 20 һорау

Эш башларға теләүсе эшҡыуар тәүге ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫ һәм, ғөмүмән, уларҙы алдан күҙаллар өсөн үҙенә 20 һорау бирергә тейеш, тип яҙылған «Forbes» журналында. Әгәр башығыҙҙа ниндәйҙер идеялар йөрөй икән, һеҙ ҙә ошо һорауҙарҙы үҙегеҙгә биреп ҡарағыҙ. Уларға яуаптар таба алһағыҙ, ҡыйыу рәүештә эшкә тотоноғоҙ!

1. Һеҙ тәҡдим иткән тауарҙың ҡиммәте нимәлә?

Әгәр өс һөйләмдә тауарығыҙҙың кешегә ниңә кәрәклеген аңлата алмаһағыҙ, ул уңыш ҡаҙана алмаясаҡ. Тимәк, бизнесығыҙ ҙа алға китмәйәсәк.

2. Тауарығыҙ һорау менән файҙалана аласаҡмы?

Быны белеү өсөн ниндәй ҙә булһа тикшеренеү үткәрергә кәрәк. Һорау булмаған ерҙә уны тыуҙырырға тырышмағыҙ. Бер кемгә лә кәрәкмәгән әйбер сығарыу бер нәмә лә бирмәйәсәк.

3. Конкуренттарҙың тауарынан һеҙҙеке нимә менән айырыла?
Starbucks компанияһы кешеләрҙе 4 долларға кофеинлы эсемлек кәрәк икәненә инандырған, Louis Vuitton джинс сумкаларын 1500 долларға һата алған. Оригиналь дизайн, арзан хаҡтар, ҡулланыу өсөн бик уңайлы булыуы – тауарығыҙҙың нимәһе һеҙҙе бүтәндәрҙән айырыуын асыҡлағыҙ һәм һәр саҡ шуға баҫым яһағыҙ.

4. Бизнесығыҙҙың масштабы бармы?

Бәләкәй генә табыш һәм иҫ киткес байлыҡ араһындағы айырма бизнестың масштабынан тора. Әгәр һәр киләһе эшегеҙгә аҡса әҙерәк китһә, был бик һәйбәт. Мәҫәлән, Microsoft компанияһының кодты эшләп сығарыу өсөн аҡса түләгәндән һуң һәр киләһе эшенә аҡса бик аҙ ғына талап ителә. Ә ниндәйҙер моделдәрҙең масштабы булмай. Мәҫәлән, хеҙмәтләндереү өлкәһендә килем үҫкән һайын кадрҙар ҙа күберәк талап ителә.

5. Эш өсөн нимәне ҡорбан итергә әҙерһегеҙ?

Ғаиләгеҙ һәм балаларығыҙ бар, ти. Һеҙ тәүге мәлдә ике йыл дауамында аҙнаһына 100 сәғәт эшләргә ризамы?
6. Көсөгөҙ нимәлә?

Нимәне һәйбәт эшләй алыуығыҙҙы аңлап алығыҙ ҙа, шул йүнәлештә генә эшләгеҙ. Был аңлашылып тора һымаҡ, әммә күптәр ошонда яна ла инде.

7. Йомшаҡ яғығыҙ нимәлә?

Ниндәй эшегеҙ һәйбәт килеп сыға, ә нимәгеҙ насар икәнен асыҡ билдәләгеҙ. Белгән эшегеҙҙе эшләгеҙ, ә ҡалғандары өсөн ышаныслы кешеләр табығыҙ. Һәйбәт килеп сыҡмаған һөҙөмтә өсөн аҡса бөтөрөү – аңһыҙлыҡ.

8. Клиенттар күпме аҡса түләргә әҙер?

Быны билдәләү өсөн ниндәй ҙә булһа тикшеренеү үткәрергә кәрәк. Клиенттар базаһын да алдан уҡ хәстәрләү ҡамасауламаҫ.

9. Һатып алыусыларығыҙҙың көсө нимәлә?

Әгәр һатып алыусыларығыҙ аҙ булһа, улар һеҙҙән ҙур ташламалар талап итеүе бар.

10. Материалдар менән тәьмин итеүселәрҙең көсө нимәлә?

Тәьмин итеүселәрегеҙ аҙыраҡ булған һайын, уларҙың хаҡы ҡиммәтерәк буласаҡ. Икенсе яҡтан, бик арзан хаҡҡа ла ҡыҙыҡмағыҙ – уларҙың тауарының сифат яғы самалыраҡ булыуы мөмкин.

11. Тауарҙы нисек һатырға?

Туранан-тура һатырғамы, был эште бүтәндәргә ышанып тапшырырғамы – үҙегеҙгә зыян килерлек булмаһын.

12. Тауарың нисек танылыу яулаясаҡ?

Меңәр, миллиондарға үҙеңдең тауарың тураһында һөйләү өсөн бик күп аҡса тотонолорға мөмкин. тауарың ниндәй юлдар менән танылыу яулаясағын билдәлә.

13. Баҙарҙа яңы эшҡыуарҙарҙың килеп сығыу ҡурҡынысы бармы?

Әгәр һеҙ һайлаған өлкәлә аҡса эшләп була икән, конкуренттар ҙа буласаҡ. Улар килеп сыҡҡансы уҡ үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ – патент алығыҙ, ҡуртым ваҡытын оҙайтырға тырышығыҙ, тоғро ҡулланыусылар базаһын булдырығыҙ.

14. Интеллектуаль мөлкәтегеҙҙе нисек һаҡлаясаҡһығыҙ?

Уйлап сығарған проектығыҙҙы патент менән яҡлап ҡуйһағыҙ ҙа, дәғүәселәрҙең уны тағы ла һәйбәтерәк, икенсе төрлө итеп сығарыуҙары бар. Был осраҡта ваҡытлыса патент алыу отошло. Ул эшләгән проектығыҙҙы камиллаштырыу өсөн бер йылға бирелә.

15. Эште башлап ебәреү өсөн күпме аҡса кәрәк?

Күп проекттар тап аҡса етмәү сәбәпле тормошҡа ашырылмай ҡала. Шуға ла, инвесторҙарығыҙ булһа, уларға эш башлау өсөн кәрәк булған сумманы икеләтә күбәйтеп күрһәтә алаһығыҙ.

16. Бизнесығыҙ өсөн аҡсаны ҡайҙан табасаҡһығыҙ?

Бай туғандарығыҙ ярҙам итергә әҙерме, әллә кредит алырға кәрәкме – һәр нәмәне төптән уйлағыҙ. Аҡса килеү һәм банкыға аҡса түләү көндәрен дөрөҫ тура килтерегеҙ, юғиһә артыҡ проценттар үҙенең кире эҙемтәләрен көттөрмәҫ.

17. Тәүге йылдарҙа ҡытлыҡ кисермәҫ өсөн күпме аҡса кәрәк буласаҡ?

Яҡшы көндәр тиҙҙән килеп етәсәк, тигән өмөттәр менән эшҡыуарҙың күбеһе аҡсаһын елгә осора. Тотороҡлоҡ яулағансы, бүтән эштәргә тотонмай тороғоҙ.

18. Финанс күҙаллауҙарығыҙ ниндәй?

Маҡсатығыҙҙы асыҡ күрергә тейеш­һегеҙ. ҡасан килемегеҙ сығымдарығыҙҙан артығыраҡ була башлай? Артыҡ хыялдарға ла бирелеп китмәгеҙ. Киләсәгегеҙҙе асыҡ күрергә тырышығыҙ.

19. Эшселәрегеҙҙе нисек бәхетле итергә?

Эш хаҡына өҫтәмә, премиялар хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең тоғролоғона бер юл. Талантлы кешеләрҙе ситкә ебәрмәҫкә тырышығыҙ.

20. Маҡсатығыҙ нимәгә барып тоташа?

Эшегеҙҙе аҡсалы кешегә һатыумы, әллә артабан дауам итеүме? Төрлө эш төрлө маҡсат талап итә, әммә эшләгәндә шул маҡсатығыҙҙы онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға