«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Заман талабына яраҡлашып



06.12.2011 Заман талабына яраҡлашып

− Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә эфирҙа беренсе мәртәбә башҡорт телендә «Аҙна яңылыҡтары» тапшырыуы сыҡты, − тине башҡорт редакцияһының баш мөхәррире Рәмзит Әбүләев. – Беҙ уға бик ентекле әҙерләндек. Журналистар Рафиҡ Әхмәтшин, Илдар Байбулатов, Рәмзиә Кәримова, Лилиә Тунасова үҙҙәренең яҙмаларында аҙнаның иң мөһим темаларын сағылдырырға тырышты.
Хәҙер «Аҙна яңылыҡтары» программаһы һәр йәкшәмбе көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла күрһәтеләсәк. Ә башҡорт телендәге яңылыҡтар көн дауамында туғыҙ тапҡыр эфирға сыға.
Әйткәндәй, БЮТ әҙерләгән яңылыҡтар менән www.tv-rb.ru сайтында танышырға мөмкин. Улар һәр сәғәт һайын яңыртыла.


Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға