«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Йәшлек»тең дежур телефоны – һәр кем өсөн!



22.10.2011 «Йәшлек»тең дежур телефоны – һәр кем өсөн!

8 965 92 32 000
«Йәшлек»тең дежур телефоны – һәр кем өсөн!
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр кеше үҙе бер йыһан, бер донъя кеүек. Тышҡы донъяһы уның әйләнә-тирәләгеләренә мәғлүм, ә бына эске донъяһы...
Һанап китһәң, донъя йөҙөндә нисәмә кеше йәшәй, шуныңса уй, фекер, ғәмәл, шөғөл, хыял, һорау, проблема. ҡайһы берҙә уй-хыялдарының осо-ҡырыйына сыға алмай интеккәндәр ҙә, кәңәшкә мохтаждар ҙа бар йәки, киреһенсә, ауыр саҡта кәңәше менән ярҙам итеп ебәреүселәр ҙә юҡ түгел. Шатлыҡ-һөйөнөстәре эсенә һыймай, кем менән булһа ла уртаҡлашырға теләүселәр ҙә осрай. Донъя бит – төрлө мәлдәр һәм хәлдәр була. Эсегеҙгә һыймағанды тышҡа сығарыр, уртаҡлашыр мәлегеҙҙә «Йәшлек» гәзитенә шылтыратып, уның хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләшеп, гәпләшеп, сафсата һатып, серләшеп, көлөшөп, илашып алырға ла мөмкин. Бының өсөн эш көнө сәғәттәрендә (иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем) бары тик 8 965 92 32 000 телефонына шылтыратып, үҙегеҙ менән таныштыра һәм хәл-әхүәлегеҙ менән уртаҡлаша, яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға сәләмдәрегеҙҙе, һөйөү һүҙҙәрегеҙҙе еткерә, һөйөнөстәрегеҙ, көйөнөстәрегеҙ хаҡында һөйләй алаһығыҙ.
ҡыҫҡаһы, «Йәш­лек» үҙенең дежур телефоны аша һеҙгә дуҫ­лыҡ тәҡдим итә. Дуҫ булырға теләгән кешенең ниндәй йәштә, енестә, милләттә, диндә булыуы мөһим түгел – диалог өсөн һәр кемгә юл асыҡ.
Тартынмағыҙ, оялмағыҙ, рәхим итеп шылтыратығыҙ! Шулай итеп, «Йәшлек»тәр һеҙҙе тыңлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға