«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мәскәүҙәр башҡорт балынан ауыҙ итте



18.10.2011 Мәскәүҙәр башҡорт балынан ауыҙ итте

Учалы районы умартасылары илдең иң әһәмиәтле агрофорумында үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте.
«Алтын көҙ – 2011» күргәҙмәһе ҡунаҡтары Башҡортостандан Хәзетдиновтарҙың тирмәһендә ысын башҡорт балынан ауыҙ итте. Был ғаилә, әлегә тиклем төрлө күргәҙмәләр­ҙә ҡатнашып, бихисап дипломға лайыҡ булһа ла, Мәскәүгә үҙҙәренең продукцияһын тәүге тапҡыр алып барған. Улар баш ҡала халҡына бал ғына түгел, умартасылыҡ продукт­тарын да тәҡдим итте. Район хакимиәте тәҡдиме менән Мәскәүҙәге күргәҙмәлә ҡатнашыусы Учалы эшҡыуарҙарынан башҡа умартасылар ҙа өлгө алһын ине. «Башҡорт балы» брендын ысын бал менән байытып, улар баш ҡаланы ла яулай ала.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға