«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Юбилейығыҙ менән, коллегалар!



11.10.2011 Юбилейығыҙ менән, коллегалар!

Республикабыҙҙың иң олуғ баҫмаларының береһе – журналистика өлкәһендә күп таланттар үҫтергән «Республика Башкортостан» гәзитен баҫманың нәшер ителә башлауына 105 йыл тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ниндәй генә ауыр һәм ҡатмарлы дәүерҙәр шаһиты булмайыҡ, һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә ваҡиғалар, ҡатмарлы үҙгәрештәр кисермәйек, гәзит һәр саҡ үҙ уҡыусыларының һөйөнөсөн, ышанысын яулаған мәртәбәле баҫмаларҙың береһе булды. Бөгөн дә заман менән бергә атлаған, мәғлүмәти киңлектә үҙ йүнәлешен тапҡан абруйлы дәүләт гәзиттәре исемлегенең түрендә ул.
Байрамығыҙ менән ҡотлап, тынғыһыҙ һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, тоғро дуҫтарығыҙ – рәхмәтле гәзит уҡыусыларының күп булыуын, үҙ бәҫен юғалтмаған, уҡымлы баҫма булып ҡалыуығыҙҙы, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.

«Йәшлек»тәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға