«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Октябрь



04.10.2011 Октябрь

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Октябрь
5 – Уҡытыусылар көнө.
9 – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәр­ҙәре көнө.
11 – Башҡортостан Респуб­ликаһы көнө.
16 – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
− Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнө.
25 – Рәсәй Федерацияһының таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
30 – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
− Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
8 – «Уфимский рабочий» (хәҙер «Республика Башкор­тостан») гәзитенең тәүге һаны донъя күреүгә – 105 йыл (1906).
23 – Башҡортостандың республика оборона спорт ойошмаһын (РОСТО) булдырыуға – 80 йыл (1931).


Юбилейҙар

5 − дәүләт һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Миҙхәт Шакировтың тыуы­уына − 95 йыл (1916 – 2004).
7 – РФ-ның физик культура отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, полиатлон буйынса тренер-уҡытыусы Рәйес Бикмөхәмә­товҡа − 60 йәш (1951).
9 – күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре, БашЦИК рәйесе, РКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының сәйәси секретары, 1921 – 1924 йылдарҙа БАССР Совнаркомы рәйесе урынбаҫары, Башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу буйынса комитет рәйесе, ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына − 115 йыл (1896 – 1924).
10 – күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1937 йылда БАССР-ҙың мәғариф наркомы булып эшләгән Ибраһим Абыҙбаевтың тыуыуына − 110 йыл (1901 – 1937).
– М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, БР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, БР-ҙың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллинаға − 50 йәш (1961).
14 – яҙыусы, хәбәрсе, БАССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Ғабдулла Әхмәтшиндың тыуыуына − 90 йыл (1921 – 1984.)
15 – уҡытыусы, методист, педагогия фәндәре кандидаты, БАССР мәктәптәренең атҡаҙан­ған уҡытыусыһы, «Әлифба»ны сығарыусыларҙың береһе Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына − 85 йыл (1926 – 1989).
21 – техник фәндәр докторы, РФ-ның, БР-ҙың атҡаҙанған металлургы, Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Ильяс Абдрахмановҡа − 60 йәш (1951).
25 – тел белгесе, яҙыусы, БАССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин, Почет билдәһе ордендары кавалеры Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына − 100 йыл (1911 – 1968).
28 – яҙыусы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙай­бирҙин, Ә. Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты Рәсих Ханнановҡа − 80 йәш (1931).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға