«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ихласлыҡ бөркөлөп торһон



24.09.2011 Ихласлыҡ бөркөлөп торһон

Ихласлыҡ бөркөлөп торһон Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын гөрләтеп байрам итте. Кеше ғүмере менән сағыштырғанда, был бик аҙ ғына арауыҡ һымаҡ булһа ла, республикабыҙ тормошонда ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булғанын әйтеп тороу ҙа артыҡ. Хәҙер республикабыҙ халҡы тәүлегенә 18 сәғәт дауамында үҙ телевидениеһы тапшырыу­ҙарын ҡарай ала. Статистикаға баҡҡанда ла, ул республика халҡы өсөн, «Беренсе канал» һәм «Рәсәй» телеканалынан ғына ҡалышып, өсөнсө урында килә. БЮТ коллективы төрлө йәштәге, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары булған һәр тамашасының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Ул әленән-әле үҫә, үҙгәрештәр кисерә, һәр саҡ эҙләнеүҙәр юлында. Арзан сенсация артынан ҡыумауы, әхлаҡһыҙлыҡтан азат булыуы менән дә иғтибарҙы йәлеп итерлек. Донъя кимәлендә, илебеҙ буйынса яуланған бихисап ҙур наградалары ла быға асыҡ дәлил.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ғаилә телевидениеһы тип атаны республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов байрам менән тәбрикләү тантанаһында. «Мин үҙем, телевизор ҡарарға форсат тейһә, айырыуса балалар телетапшырыу­ҙарын яратып ҡарайым. Улар кәйефте күтәрә, уларҙан ихласлыҡ бөркөлөп тора. Шул ихласлыҡ оҙаҡ йылдар дауамында бөтә телевидениены ла оҙатып барһын», – тине республика башлығы ҡотлауында.
Конгресс-холда үткән байрам тантанаһына байтаҡ ҡунаҡ йыйылғайны. Улар араһында республикабыҙҙа телевиде­ние­ға нигеҙ һалыусы ветерандар айы­рыу­са хөрмәткә лайыҡ. Килгән ҡунаҡтар, телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн матур концерт ойошторолдо, ҡотлауҙар яңғыраны. Ут күршеләребеҙ – Татарстан һәм Силәбе өлкәһе телевидениеһы вәкилдәре лә коллегаларын юбилейҙары менән тәбрикләне.
Салауат Юлаев майҙанында йәштәр өсөн байрам да ойошторолдо. Халыҡтың күплеге! Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, беҙҙең эстрада «йондоҙҙар»ы ҡатнашлығындағы концерт сәхнә янына тамашасыны бик күп йыйҙы. Йыр буйынса конкурс ойошторабыҙ тигәс, сәхнәгә алты кеше урынына өймәкләшеп әллә нисәмә һәүәҫкәр йырсы ағылды. Халҡыбыҙ араһында байтаҡ талант бар икәнлеге асыҡланды был бәйгелә. Йырсы ғына түгел, бейеүсе, оҫта һөйләүселәр ҙә бихисап икән. Оло ғына йәштәрҙәге бер апай, ҡулына микрофон эләккәс, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайым, тигәндер инде, Баш­ҡор­тостан юлдаш телевидениеһына булған һөйөүен рәхәтләнеп әйтеп бирҙе.
Йырлап-бейеп күңел асҡандан һуң был ҙур тамашаны салют йомғаҡланы. Мең-мең йондоҙ, күккә осоп, ергә атылғанда, беҙҙең телевидениебыҙ тағы ла оҙаҡ тамашасыларын ҡыуандырып йәшәһен, тип теләүселәр ҙә булғандыр.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға