«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Партия үҙен нисек күрһәтә, һайлаусылар ҙа уларҙы шул тиклем яҡлаясаҡ



24.09.2011 Партия үҙен нисек күрһәтә, һайлаусылар ҙа уларҙы шул тиклем яҡлаясаҡ

Илдә һайлау кампанияһына рәсми рәүештә старт бирелде. 4 декабргә тәғәйенләнгән һайлауҙар − быйыл мартта башланған һәм 2013 йылға тиклем барасаҡ һайлау марафонының дауамы. Теүәлерәк әйткәндә, декабрҙә РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙан һуң, 2012 йылдың мартында Рәсәй Президен­тын һәм Башҡортостанда − ҡала советтарына, октябрҙә муниципаль район депутаттарын, 2013 йылдың мартында Дәүләт Йыйылышы − ҡорол­тайға бишенсе саҡырылыш депутаттарын һайлау үтә.
Тағы ла шуныһы: Башҡортостан һайлаусылар һаны буйынса иң эре төбәктәрҙән һанала (илдә − етенсе) һәм һайлау участкалары буйынса тәүге урында тора. Беренсе июлгә тауыш бирергә хоҡуҡлы 3 млн 22 мең 563 кеше иҫәпләнгән. Шулай уҡ алдан күҙаллау буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау осоронда 3525 участка эшләйәсәк.
Әһәмиәтле сара яҡынлашҡан һайын сәйәси партияларға иғтибар ҙа арта. Улар, үҙ сиратында, үҙҙәре лә төрлө саралар ойоштора, һайлаусылар менән осраша. БР Үҙәк һайлау комиссияһы был юҫыҡта барлыҡ фирҡәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә бурыслы. Һәм эшләй ҙә. Республикала эшмәкәрлек алып барған партиялар вәкилдәре өсөн уҙғарылған семинар-кәңәшмә – ошо иҫәптә. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев фекеренсә, тап ошо көндәрҙә партия рәйестәре, активистары менән күҙмә-күҙ осрашып, булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең, тейешле аңлатыу эштәренең ҡыҙған мәле. Кәңәшмәлә һайлау­ға әҙерлек һәм уны үткәреү бурыс­тарына байҡау яһалды, партияларҙың киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлеге тура­һында ла һүҙ барҙы. Дөйөм алғанда, сәйәси ваҡиға алдынан фир­ҡәләрҙән нимә талап ителә − барыһы ла телгә алынды. Телевидение-радиола, ваҡытлы матбуғатта агитация һайлауға 28 көн ҡалғас башлана.
«Беҙҙең төп бурыс − Башҡортостанда һайлауҙарҙы закондарға ярашлы, йәғни хоҡуҡ боҙмайынса, ойошҡан рәүештә үткәреү. Шуға ла партиялар вәкилдәрен саҡырҙыҡ. Агитация эшен алып барғанда ла дөрөҫ аҙым яһау мотлаҡ, партиялар бер-береһенә бысраҡ яҡмай, үҙ ниәттәрен, күҙаллауҙарын һайлаусыға еткерергә тейеш. Шул сағында халыҡ та уларға ихтирам йөҙөнән тауыш бирер тигән ышаныстабыҙ», − тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.
Быйыл һайлауҙа үҙгәрештәр ҙә буласаҡ. Был, тәү сиратта, депутат мөҙҙәтенең дүрт йылдан биш йылғаса оҙайтылыуы. Яңыса ете проценттан әҙ, әммә биш проценттан да кәм булмаған тауыш йыйыусы партияға ил парламентында һәм төбәк ҡануниәт органдарында вәкиллек тә гарантиялана. Тағы бер үҙгәреш: канди­даттар­ҙың дөйөм федераль исемлегенә ундан да күберәк кандидат индерелмәй, ә төбәк төркөмөндә етмештән дә әҙ булырға тейеш түгел.
Әйткәндәй, кәңәшмәгә республикала эшләп килгән ете сәйәси партия вәкилдәре саҡырылғайны. Улар − «Берҙәм Рәсәй», «Ғәҙел Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», Коммунистар партияһы, ЛДПР, «Яблоко», «Правое дело».
Был көндәрҙә партиялар съездарын уҙғарыу менән мәшғүл. Теге йәки был фирҡә ағзаһы булған йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә илдәге ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Ә беҙҙең, ябай һайлаусының, бурысы − илдәге мөһим саранан ситтә ҡалмау, үҙебеҙсә һығымталар яһап, тәғәйен ваҡытҡа һайлау участкаһына килеү.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға