«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҙна аптыратҡыстары



17.09.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Ксенофоб президент
Аҙна аптыратҡыстары
Грузия Президенты Михаил Саакашвили берәй көн Рәсәйҙе мыҫҡыллап һүҙ әйтмәһә, күңеле булмай, ахыры. Йә иленән айырылып сыҡҡан Абхазия менән Көньяҡ Осетияны булһа ла әрләп ҡуя.
Уныңса, Грузия – Евро­па­­ның боронғо мәҙәниәтле иң цивилизациялы иле, ә Рәсәй – баҫып алыусылар державаһы. Бер нисә көн элек күптәр­ҙе үтә лә аптыратты. Рәсәй, йәнәһе, монголоид идеологияһын алға һөрә. Саакашвили бындай ксенофобия характерындағы фекерҙәрҙе тәүгә әйтмәй. Ул йыш ҡына папуастар, ҡара тәнлеләр һ.б. хаҡында «ауыҙ ҡыйшайтып» һөйләп тора. «Күп милләтле Грузия» ойошмаһы шундай дүрт осраҡты теркәгән.
Грузия башлығының матбуғат секретары әйләнгән һайын түрәһенең адекват булмаған һүҙҙәренә аңлатмалар биреүҙән бушамай, имеш.

Беҙ – беренсе! Тағы...
Рәсәй айырылышыуҙар буйынса донъяла тәүге урында тора.
Аптырарһың – ниңә шундай кире күрһәткестәр генә беҙҙе алдынғы итә һуң ул? Исмаһам, анау Матур­лыҡ конкурсында ла уңышҡа өлгәшә алманыҡ, Анголаның ҡара тәнле сибәренә лә етеп булманы.
Айырылышыуҙарға килгәндә, БМО мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙә 1000 ғаилә ҡороуға биш айырылышыу тура килә. Был – иң юғары күрһәткес. Тәүге бишәү исемлегендә ут күршеләребеҙ Белоруссия, Украина, Молдова ла бар.
Әйткәндәй, фотомодель Карен Элсон менән музыкант Джек Уайт «өлгө» күрһәткәйне, айырылышҡан парҙар хәҙер был көндәрен байрам итә икән. Бөгөн Американың ювелир компаниялары хатта махсус балдаҡтар эшләп ята. ҡашы уртаға ярылған йөрәкте сағылдыра. Никах балдағы кеүек, уны кейеү мотлаҡ һаналһа, Рәсәйҙекеләр сират тороп алыр инеме икән?!

Католик сиркәүе көсләүселәрҙе яҡлай?!
Рим Папаһы Бенедикт XVI менән католик сиркәүенең башҡа юғары чиндағы вәкилдәрен педофил-руханиҙарҙың ҡорбандары Халыҡ-ара енәйәт судына биргән.
Понтифик көсләүҙәр тураһында бөтә дөрөҫлөктө йәшерә, тип раҫлай улар. Дәлил итеп 20 мең биттән торған документ (полиция отчеттары, мәғлүмәти яҙмалар, енәйәтте иҫбатлаусы ҡағыҙҙар) әҙерләнгән. Бына һиңә мә!
Иң тәүҙә руханиҙар араһынан педофилдарға бәйле шау-шыу Ирландияла 2009 йылда ҡупҡайны. Унан һуң бер-бер артлы Европаның башҡа илдәренә, АҡШ-тың сиркәү хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы ялыуҙар китте. Былтыр журналистар Бенедикт XVI үҙе енәйәттәрҙе тикшереүгә кәртә ҡуйғанын асыҡлаған.
«Күктәр»гә яҡын кешеләр шундай эштәр менән булғас, ябайҙарына ни ҡала?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға