«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Килер быуындарҙы ла ҡыуандырып торһон!



20.09.2011 Килер быуындарҙы ла ҡыуандырып торһон!

Торатау янында концерт-акция үтте
Килер быуындарҙы ла ҡыуандырып торһон!
Беҙҙең халыҡ, берәй проблема килеп тыуһа, тиҙ генә тоҡанып китә лә, бер аҙ ваҡыттан һыуына. Аҙаҡ, эш үткәс, терһәген тешләрҙәй була ла, мәгәр, кем әйтмешләй, яу үткәс, йоҙроҡ төйнәү менән ни файҙа?
Уҙған шәмбелә изге тәбиғәт ҡомартҡыбыҙ Торатау итәгендә биш йөҙләп кенә кешене күргәс, күңелдә шундай борсолоулы уйҙар тыуҙы. Ә бит сараны ойоштороу­сылар, 5 меңдән ашыу халыҡты йыясаҡбыҙ, тип фараз иткәйне. Әйткәндәй, былтыр башҡорт йәмәғәтселеге саң ҡағып сыҡҡас, изге ҡомартҡыбыҙҙы афәттән йолоп ҡалыу өсөн шул ҡәҙәре кеше йыйылғайны.
Сара төрлө конфессияларға ҡараған дин әһелдәренең фатихаһы менән башланып китте.
Килер быуындарҙы ла ҡыуандырып торһон!
Артабан һүҙҙе Юрматы ырыуы башлығы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов алды.
– Беҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатауыбыҙҙың юҡҡа сығыуын теләмәйбеҙ, – тине ул. – Әлбиттә, ҡайһы бер предприятиеларға сеймал кәрәклеген дә яҡшы аңлайбыҙ. Ләкин сеймал өсөн Торатауҙан башҡа ла сығанаҡтар юҡ түгел бит.
Быйылғы сарала республикала виртуоз ҡурайсы, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роберт Юлдашев, киң танылыу алған артистар Сәғиҙулла Байегет, Нәзир Яппаровтар менән бергә профессиональ сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаған “ҡурайсы”, “Арғымаҡ”, ”Само­лет” төркөмдәре лә ҡатнашты.
Ике тәгәрмәсле ҡорос аттарында килгән байкерҙар ҙа Торатауҙы яҡлау өсөн бар көстәрен һаласаҡтарын белдерҙе.

Тимер ҒӘЛИЕВ.
Ишембай районы.

Гөлназ Ишембаева фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға