«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Стәрлетамаҡ йәштәренә юл асыҡ



10.09.2011 Стәрлетамаҡ йәштәренә юл асыҡ

ҡала йәштәре, тыуған төбәгенең иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индермәксе булып, иң яҡшы бизнес-проектты асыҡлау өсөн «Еңел старт» конкурсын ойошторған. Уны «Тау» компанияларының бер төркөмө башлап ебәргән.
Конкурс йәш эшҡыуарҙар йәки үҙ эшен башлап ебәрергә теләүселәр өсөн отошло. Өс этапта үтәсәк бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр уның тәүге этабында конкурстың рәсми сайтында теркәлеү үтеп, үҙҙәренең бизнес-проекттарын тәҡдим итергә тейеш. Икенсе этапҡа үтеп, жюри алдында үҙ проекттарын яҡлауға ирешеүселәрҙең һәр береһенә эштәрен киң йәйелдереү өсөн 100-әр мең һум аҡса биреләсәк. Ә еңеүселәр урыны, күңелегеҙҙе киң тотоғоҙ, сикләүһеҙ!
Бынан тыш, өсөнсө этапта ҡатнашыусыларға йыл буйы «Тау» компаниялары төркөмө биналар, сеймал базаһы, тейешле белгестәр ярҙамы менән булышлыҡ итәсәк. Йыл һөҙөмтәләре буйынса алға сығыусы 500 мең һумлыҡ грантҡа эйә буласаҡ! Тәүәккәлләгеҙ, йәштәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға