«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Тура бәйләнеш»тә – Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ



03.09.2011 «Тура бәйләнеш»тә – Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ

«Тура бәйләнеш»тә – Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ
Күренекле публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йәшлек» гәзите уҡыусыларының яратҡан журналисы Марсель ҡотлоғәлләмов 15 сентябрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Һәм шуныһы ҡыуаныслы: юбиляр тыуған көнөндә бар гәзит уҡыу­сылар менән осрашып, уларҙың ҡотлауҙарын да, һорауҙарын да, теләктәрен дә ҡабул итергә булды. Шулай итеп, «Йәшлек»тең «тура бәйләнеш»ендә 15 сентябрҙә Марсель ҡотлоғәлләмов 15 – 17 сәғәт араһында һеҙҙең менән буласаҡ.
(8347) 2-73-46-38 телефоны буйынса шылтыратырға онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға