«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҙна аптыратҡыстары



27.08.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Мең һумлыҡ лампочка?!
Аҙна аптыратҡыстары
Ошо көндәрҙә Өфөлә нанотехнологиялар буйынса ҙур сара үтте.
Шуға бәйле бер яңылыҡ иҫкә төштө әле. Бер аҙна самаһы элек Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путинды өр-яңы асыш менән таныштыр­ҙылар. «Роснано» башлығы Анатолий Чу­байс инноваторҙарыбыҙҙың оҙаҡ йылдар эше һөҙөмтәһен күрһәтте. Баҡһаң, корпорация ғалимдары 60 ватлыҡ лампочка уйлап тапҡан. Ул ғәҙәти түгел, әлбиттә. Шулайын-шулай, хаҡы ла «матур» – ябайынан 100 тапҡырға тиерлек ҡиммәтерәк, 1000 һумға уҡ барып баҫыр, ахыры.
Етмәһә, шундай электрон китап «тыуҙырғандар», хатта ки был һығылмалы материалдан яһалған компьютер менән һуғышырға була, ул ауыр йәрәхәтләмәй, имеш. Һуң, улай булғас, һуғышыуҙың мәғәнәһе лә юҡ, тип көлөрмө икән был яңылыҡты ишеткән Рәсәй кешеһе. Әлеге тауарын «Роснано» Мәғариф һәм фән министрлығы аша һатмаҡсы була. Зеленоградта шуларҙы етештереү буйынса завод та һалдырырға ниәтләйҙәр. Унда «юлланған» аҡса-а! 700 миллион долларҙың нисегерәк ҡыштырлағанын ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр.
Һорау тыуа: ә халыҡ 60 ватт ҡеүәтле лампочканың ун һумлығын алырмы, әллә 1000 һумлығынмы? Компьютерҙың ниндәйен: һу­ғыш­ҡанда емерә бирерлегенме, әллә?...

Мәктәп тулы «үле йәндәр»
Яҡут мәктәптәренең береһендә класс журналында уҡыусылар исемлеге «һауа»нан алып төҙөлгән, ти.
Һуң, мәғариф системаһы йән башына ҡарап түләүгә күсте лә инде – уҡыусыларың күп икән, хеҙмәт хаҡың да шул сама, әҙ икән – аңлашылалыр.
Был мәктәптә лә етәкселек харап уңайлы ысул уйлап тапҡан. Кластарға шартлы уҡыусылар килтереп тултыр­ғандар. Журналда балалар бар, фамилиялары янында баһалар ҙа тора, әммә кабинетта улар юҡ. Исем-аттарын тикшерә башлағас, шул асыҡланған: бындай фамилиялы балалар элек ошонда уҡыған да, кемеһе күсеп киткән, кемеһе мәктәпте тамамлаған. Һөҙөмтәлә «үле йәндәр» аша педагогик коллектив 1,7 миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән. Кем ғәйепле? Гоголь инде. Ул бит «Үле йәндәр»ҙе яҙып, кешене яманға өйрәтте.

Чиновник арҡаһында автохәрәкәт «тығын»ы 40 саҡрымға һуҙылған
Мәскәүҙә «тығын»дар былай ҙа «көтөп алынған» хәл.
Ә бына аҙна уртаһында баш ҡаланың Тышҡы ҡулса юлында 40 саҡрымлыҡ «тығын» барлыҡҡа килгән.
Кашира һәм Ярославль шоссеһы араһы автомобиль менән лыҡа тулған. Күреүселәр әйтеүенсә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлға хатта ҙур «фура»ларҙы арҡыры ултыртып сыҡҡан, һул яҡты ғына ҡалдырып, унда еңел машиналарҙы берәмләп кенә үткәргән, имеш. Ни өсөн туҡтатыуҙары хаҡындағы һорауға яуап та бирмәгәндәр.
Баҡһаң, Ярославль районында бер чиновник үҙенең кортежы менән үтеп бара икән. Иң мөһиме, чиновник өйөнә ваҡытында ҡайтып өлгөрөргә тейеш. Ә оҙон саҡрымлап туҡтап ултырған башҡа эшселәр нимә ул...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға