«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Быйылғы йәй нимәһе менән иҫтә ҡалды?



27.08.2011 Быйылғы йәй нимәһе менән иҫтә ҡалды?

Зәкиә БИКБУЛАТОВА, Шишмә районы, Игнатовка ауылы:
– Быйылғы йәй Һәйбәт булды. Хоҙай ямғырын да, ҡояш йылыһын да йәлләмәне. Еләк-емештең уңғанын белһәгеҙ, килһәгеҙ, һыйлап ҡайтарырмын үҙегеҙҙе. Бесән дә, картуф та етерлек. Имен-аман ашарға яҙһын, тибеҙ.
Илдең төрлө мөйөшөндәге фажиғәләрҙе күреп, бик борсолдоҡ та, икенсенән, был бәлә-ҡаза ярай ҙа беҙҙә түгел әле, тип йыуанған да булдыҡ. Именлек кәрәк, илгә ҡайғы килмәһен, тип ултыра торғайны атайым. Бик хаҡ һүҙҙәр, тип ҡуям үҙем дә.

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА, шағирә:
– Ябай ғына минең фәлсәфә: бөтәһенән элек мин – әсә, тигәндәй, бөтә әсәләр кеүек ғаиләм, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрем өсөн йән атып йәшәп ятыуым. Быйыл май айында икенсегә өләсәй булдым – оло ҡыҙым Раушания менән кейәүем Русландың улдары Ильяс тыуҙы. Октябрҙә ҡыҙҙары Розалинаға ике йәш туласаҡ.
Шундай шатлыҡтар менән рәттән йән тетрәткес хәлдәр күңелгә яра һалды. «Болғар» теплоходы һәләкәтен, ҡорбандар араһында бер гонаһһыҙ балаларҙың күп булыуын бар халыҡ менән ауыр кисерҙек. Кемдәрҙеңдер үҙ вазифаһына битарафлығы бына ниндәй ҡорбандарға килтерҙе. Әсә кеше булараҡ, балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең ҡыуанып ҡына йәшәүен, илебеҙҙең именлеген, кешеләрҙең бер-береһенә һәр ваҡыт мәрхәмәтле булыуын теләп йәшәйем.

Рәшит НИЗАМОВ, яҙыусы:
– Бәрәкәте, ҡото менән, әлбиттә. Нисә йыл ҡоролоҡтан һуң, ер кешеһенең ҡулы, ниһайәт, уңышҡа тейҙе. Халыҡ еткәнсе мал аҙығын әҙерләп кинәнде, еләк-емешен дә йыйҙы, картуф та уңған, тиҙәр. Колхоздар, хужалыҡтар совет осорондағы кеүек мул уңыш йыйып һөйөнә. Өҫтәлдә икмәк булһа, ҡыуаныс кисерә шул кеше.
Шәхсән үҙем күләмле әҫәремдең сюжетын теүәлләп, яҙырға ултырҙым. Һәйбәт кенә әҫәргә нигеҙ һалынды. Август аҙаҡтарында, ғәҙәттәгесә, шифалы үләндәр эҙләп, Тянь-Шань тауҙарына юл алмаҡсымын. Юлым Үзбәкстандан да үтә, ваҡыт-форсат булһа, һеҙҙең гәзит битендә июнь айында киң яҡтыртылған күренекле яҡташ яҙыусыбыҙ Йәүҙәт Ильясовтың тормош иптәше Анна Яковлевна Мигловецты ла күрергә иҫәп бар. «Йәшлек»тең был һанын үҙем менән алдым, уға ҙур бер бүләк булыр, тим.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға