«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Урмандарға инһәң, һыҙғырып ин!



06.08.2011 Урмандарға инһәң, һыҙғырып ин!

Урмандарға инһәң,  һыҙғырып ин!
Белорет ҡалаһында йәшәүсе 56 йәшлек ир яңғыҙы ғына еләккә барған. Еләк эҙләп йөрөй торғас, онотолоп китеп, аҙашҡан. Етмәһә, ямғыр ҙа һибәләй башлаған.
Саҡ ҡына ултырып алырға уйлаған ирҙең аяҡтары ла йөрөүҙән туҡтаған, ул шыуышып ҡына утын йыйып, усаҡ яҡҡан, ҡапҡылап алған. Әммә аҙыҡ запасы тиҙ бөткән. Шылтыратыр ине – телефон беҙҙең урмандар­ҙа тотмай. Һөҙөмтәлә ир япа-яңғыҙы, һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ урманда ятырға мәжбүр булған. ҡысҡырып ярҙам һорарға хәле лә бөткән. Ирҙең эргәһенән генә үтеп киткән кешеләр, уны иҫерек тип уйлап, туҡтап та тормаған. Ярай әле, дүртенсе көнгә генә булһа ла, бер пенсионер инде хәлһеҙләнгән кешене табып алып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.
ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, ир, бөтөнләй өмөтөн өҙөп, хәлһеҙләнеп ятҡан булған. Хәҙер уның һаулығына бер ни ҙә янамай. Аяҡтары ла йөрөй башлаған.
Көҙөн урманда аҙашыусылар тағы ла арта. Был – йыл һайын ҡабатланған факт. Шуға ла ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәйек.

Урманға йыйынһағыҙ:
1. Телефонығыҙҙы ҡарағыҙ, зарядкаһы, аҡсаһы бөтөп ҡуймаһын. «112» ҡотҡарыу номеры телефонда аҡса бөткән осраҡта ла эшләй.
2. Үҙегеҙ менән бысаҡ, шырпы, аҙыҡ, һыу, бау алығыҙ.
3. Туғандарығыҙға маршрутығыҙ хаҡында алдан хәбәр итегеҙ.

Ә инде аҙашһағыҙ:
1. Иң һәйбәте – аҙашҡанығыҙҙы аңлаһағыҙ, шул ерҙә туҡтап ҡалығыҙ. ҡысҡырып ярҙам һорағыҙ.
2. Һуңғы аҙымдарығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, компас та ярҙам итәсәк.
3. Тынысланып, тирә-яҡты тыңлағыҙ: машина тауыштары ишетелмәйме?
4. Йылғаға барып сыҡһағыҙ, яр буйлап ҡына атлағыҙ – кешеләр йәшәгән ергә барып етеү ихтималлығы юғары.
5. ҡараңғы төшә башлаһа, туҡтағыҙ, юҡһа бөтөнләй буталып бөтәсәкһегеҙ.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға