«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡайҙа ял итергә?



02.08.2011 Ҡайҙа ял итергә?

Ҡайҙа ял  итергә?Их, кешеләр, көтөп алған ял мәлдәре етеүен-етте, әммә Рәсәй халҡы барып ял итергә ярат­ҡан урындарҙа бер ҙә тыныс түгел. Әллә диңгеҙ ярында йәшәгән халыҡ үҙе ҡыҙыу һәм бер ҙә генә һәүетемсә көн күрергә яратмай, әллә башҡа сәбәптәр бар... Һәр хәлдә, сумаҙандарыңды йыйыр алдынан «ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫергә» тура килә.
Иң аптыратҡаны шул − «Ростуризм» биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйыл беҙҙең ил халҡы тағы ла әүҙемерәк ял итә башлаған. Беҙҙекеләр бер ниҙән дә ҡурҡмай − сифатһыҙ алкоголь дә, сит илдә барған ығы-зығылар ҙа Рәсәй кешеһе өсөн кәртә түгел! Шуға ла «Ростуризм» сит илдәрҙә ял итергә барғанда нимәгә иғтибар итергә, нимәнән шикләнергә һәм хәүефләнергә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирә.
\
Греция
Илдәге ығы-зығы, һуңғы ваҡытта айырыуса әүҙемләшкән баш күтәреүҙәр курорт зонаһынан алыҫта урынлашҡан ерҙәрҙә теркәлә. Әммә ниндәй турист диңгеҙ ярында ҡомда ҡыҙынып ҡына ятһын инде, барғас-барғас, сит илдең башҡа ҡалаларын да күргеһе килә. Шуға ла Афинала йәки башҡа эре ҡалаларҙа демонстрациялар булған ваҡытта ул урындар­ға экскурсияға барыуҙан ҡәтғи тыйылырға кәрәк. Ә инде һеҙ ҡала эсендә булғанда ығы-зығы башланды икән, ҡаланың үҙәгенә сыҡмауығыҙ хәйерле. Беҙҙең халыҡ, адреналин эҙләп, «ҡырын тейәп» ҙур компанияларға ойошҡандан һуң, мәхшәрҙең уртаһында ла йөрөргә оҙаҡ уйлап тормай. Тик адреналин өсөн башҡа төрлө саралар бар икәнлеген онотмайыҡ.

Мысыр
«Ростуризм» ҡаһир һәм башҡа эре ҡалаларға ял итергә барыуҙан баш тартырға кәңәш итә. Ялығыҙҙы ҡыҙыл диңгеҙ буйында ғына үткәреү менән мөрхәтһенһәгеҙ, һәйбәтерәк булыр. Рәсәй туроператорҙары ҡаһир, Луксор ҡалаларына экскурсиялар тәҡдим итмәҫкә тейеш. Унда туристар айырым да барып йөрөмәһен.

Тунис
Хамаммет, Суссе кеүек ҡалалар­ҙа тыныс, унда барыуға ҡаршы төшөүселәр юҡ. Шулай ҙа Тунистың баш ҡалаһына, Джерба утрауына барыуҙан тыйылырға кәрәк. Бәләһенән баш-аяҡ.

Төркиә
Бодрум ҡалаһында егермеләгән Рәсәй турисы сифатһыҙ алкоголь менән ағыуланғандан һуң Төркиәгә беҙҙең илдән туристар ебәреүҙе тыйырға ла иткәйнеләр. Тик был фекер хуплау тапманы, һәм беҙҙең халыҡ быйыл да рәхәтләнеп Урта диңгеҙҙә һыу инә ала. Әле Төркиәлә ағыуланып үлгән, дауаханаға эләккән кешеләрҙең бөтәһе лә иғтибар үҙәгендә, ағыуланыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙең сифатын ныҡлап тикшерә башлағандар.
Шулай ҙа белгестәр Төркиәлә генә түгел, башҡа курорттарҙа ла теләһә ниндәй ерҙән эсемлектәр алып йөрөмәҫкә саҡыра. Күстәнәстәрҙе ҙурыраҡ магазиндарҙан алырға тырышырға кәрәк. Шуныһы ла мөһим − алдан бер тапҡыр түләнгән аҡсаға барҙа күпме теләһәң, шул тиклем эсеү мөмкинлеге булһа ла, сама белеү бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Үлем хәленә еткәнсе эсеү Рәсәй турис­тарына ғына хас кеүек. Һәр хәлдә, статистика шул хаҡта һөйләй.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға