«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ял менән бергә



30.07.2011 Ял менән бергә

Баланы тыуҙырыу ғына түгел, ә сәләмәт итеп үҫтереү, күркәм холоҡло итеп тәрбиәләү, дине, милләте өсөн файҙалы шәхес итеү – ата-әсәнең бурысы. «Балаларығыҙҙы яҡшы итеп тәрбиәләгеҙ», – тип бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә лә әйтелгән. Һөйөклө бәйғәмбәребеҙҙең балаларға ҡарата мөғәмәләһе, мөхәббәте, сабырлығы беҙҙең өсөн үрнәк булып тора.
Әлхәмдүлилләһ, балаларға хаҡ динебеҙ ислам нигеҙҙәрен өйрәтеү, әҙәп-тәртипкә күндереү маҡсатында йыл һайын Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетендә Әғләметдин хажи хәҙрәт етәкселегендә балалар өсөн ислам лагеры үтеп килә.
Эскелек, фәхишәлек, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, кеше үлтереү, урлашыу, алдашыу сәскә атҡанда, был бәлә-афәттәрҙән фәҡәт ислам дине, күңелдәге иман, йәғни Аллаһы Тәғәләгә ышаныу ғына ҡотҡарасаҡ.
«Аҙ ғына булһа ла балаларыбыҙҙы әҙәп-тәртипкә күндерә алғанбыҙ икән, был бик шатлыҡлы, сауаплы эштер», – ти Әғләметдин хәҙрәт. Ысынлап та, кеше үлгәс, өс төрлө ғәмәленән тыш, бөтә эштәре туҡталып ҡала: «биргән саҙаҡаһының сауабы, ҡалдырған файҙалы белеме һәм ата-әсәһе өсөн доға ҡылыусы изге балаһы» (сәхих Бухари).
Ислам лагеры беренсе тапҡыр 1994 йылда ойошторолдо һәм йыл һайын унда йөҙҙән ашыу бала ҡабул ителә. Лагерҙың географияһы ла киңәйә бара: Себер яҡтарынан, Силәбе өлкәһенән, Бәләбәй ҡалаһынан һәм тирә-яҡ райондарҙан балалар күпләп килә.
Йәйге ялды «Тәҡүә» мәсетенең мөғәллимәһе Әминә Ноғоманова абыстай төҙөгән программа буйынса үткәрәләр. Программа ябай һәм шул уҡ ваҡытта төп фәндәрҙе (ғәҡидә, әхлаҡ, фиҡһ, тарих) үҙ эсенә алған. Уҡыуҙан тыш, төрлө конкурстар, уйындар ҙа ҡаралған.
Балаларҙы быйыл Өфө ҡалаһының М. Солтанова исемендәге мәҙрәсәһенән һәм Рәсәй Ислам университетынан практикаға ебәрелеүсе шәкерт егеттәр һәм ханымдар уҡытты.
Лагерға 4 – 5 йыл рәттән йөрөүсе балалар­ҙың әйтеүенсә, быйылғыһы бигерәк тә ҡыҙыҡлы, фәһемле, күңелле үткән. Сөнки балалар янында шайтан образы ла килеп сыҡҡан. ҡөрьәндә әйтелгәнсә, шайтан һәр ваҡыт беҙҙең янда (ашап-эскәндә, йоҡлағанда, бәҙрәфтә һ.б.), насар, харам ғәмәлдәр ҡылырға ҡотортоп йөрөй. Быны, балаларҙы алдап, йәшерергә ярамай.
«Кем шайтан ҡотҡоһона бирелмәй, намаҙ, ҡөрьән уҡып, насар эштәрҙән, гонаһтарҙан тыйылһа, ул кеше шайтанын еңә», – ти балаларға әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһен күндереүсе Әминә абыстай.
Лагерҙа үҙен бөтә яҡтан да әҙәпле-тәртипле күрһәткән балаларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Хушлашыу көнөндә, йәғни йомала балалар асфальтта ирекле темаға һүрәт төшөрҙө.
Ошондай изге, сауаплы, ауыр эште бер нисә йыл атҡарып килеүсе Сибай «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәткә, Әминә һәм Зөһрә абыстайҙарға, Заһир остазға, ашнаҡсы Гөлсөм ханымға, Тахия хажиға, практика үтеүсе М. Солтанова исемендәге мәҙрәсә (етәксеһе И. Малаховҡа) һәм Рәсәй Ислам университеты шәкерттәренә ата-әсәләр исеменән эштәрендә, уҡыу­ҙарында уңыштар, һаулыҡ, ғаиләләренә именлек теләп, рәхмәт әйтәбеҙ, Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен, амин.

Г. ВӘЛИДОВА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға