«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ДВОРЯН ТИП ТОРМАЙ, ЕГЕЛЕП ЭШЛӘЙҘӘР



19.07.2011 ДВОРЯН ТИП ТОРМАЙ, ЕГЕЛЕП ЭШЛӘЙҘӘР

Данлыҡлы нәҫелдән булған Аҡсулпановтар ата-бабаларының рухына тап төшөрмәй

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында йәшәүсе Кинйәбай ағай Аҡсулпанов менән 1999 йылда таныш­ҡайныҡ. Ул ваҡытта үҙҙренең “Рассвет” колхозында хеҙмәт итә ине әле ул. Бөгөн килеп Кинйәбай Шәйбәк улы – фермер.
– Ул ваҡытта ни бары 25 гектар ғына ерем бар ине, – ти Кинйәбай ағай. – Ике йылдан, уңышлы ғына эшләүебеҙҙе күреп, район етәксеһе ҡаршы килмәне, тағы шунса ер алыуға рөхсәт бирҙе. Бөгөн иһә беҙҙең һөрөнтө ерҙәрҙең майҙаны 154 гектарға етте.
Уңған фермер был майҙандарҙы ла аҙ ти. Сөнки юғары уңыш алыу өсөн баҫыуҙа сәсеү әйләнеше булдырырға кәрәк, ә был тиклем генә ерҙә ниндәй әйләнеш тураһында һүҙ йөрөтмәк кәрәк?
– Әлеге ваҡытта йәнә бер 150 – 200 гектар ер бирһәләр ҙә, эшләрлек көс бар, – тип һүҙен дауам итә Кинйәбай Шәйбәк улы. – “КамАЗ” машинаһы һатып алдыҡ, “УАЗ” автомашинаһы ла бар. “Т – 150”, “МТЗ” тракторҙарыбыҙҙы ҡарап, ваҡытында ремонтлап торғанда, байтаҡ ҡына хеҙмәт итәсәк әле. Уларға тағылма ҡорамалдар ҙа алғанбыҙ.
Аҡсулпанов хужалығында 12 һауын һыйыр, 14 баш йылҡы малы тоталар.
– Башҡортто нисек атһыҙ, ҡымыҙһыҙ күҙ алдына килтерәһең? – Кинйәбай ағай, башындағы түбәтәйен ҡырыныраҡ һалып, ихлас йылмая. – Һыйырҙар һанын да арттырырға тип торабыҙ.
Аҡсулпановтарҙың Күсәрбай ауылында “дыуаряндар” тигән ҡушаматы бар. Әбей батшаның 1785 йылдың 21 апрелендәге указына ярашлы, Кинйәбай ағайҙың олаталарының олатаһы Күсәрбай Өмөтбай улына баш­ҡорттар­ҙан беренсе булып дворян титулы бирелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Кинйәбай ағай ҙа, уның улдары Данир менән Юлай ҙа: “Беҙ – дворяндар!” – тип, күкрәк төйөп ултырмай, йөк аттары кеүек төптән егелеп эшләй.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.


Стәрлетамаҡ районы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға