«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Йәйләү»ҙә ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләнә



19.07.2011 «Йәйләү»ҙә ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләнә

«Йәйләү»ҙә ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләнәБашҡортостаныбыҙҙың һәр районының үҙ лагеры бар. Уларҙа шул төбәк балалары йәй буйы рәхәтләнеп ял итә, һаулығын нығыта. Ә бына БР Мәғариф министрлығы тарафынан һәләтле балалар өсөн ойошторолған «Йәйләү» республика лагеры Башҡортостан балаларын ғына түгел, сит өлкәләрҙән килеүселәрҙе лә ҡабул итә. Бынан 14 йыл элек Мәрйәм Бураҡаеваның инициативаһы менән Красноусол ҡасабаһында «Имәнкәй» исеме аҫтында асылған был лагерь барыһының да яратып ял иткән урынына әйләнде. Балаларҙың күңелендә тыуған иленә, милләтенә, теленә, тарихына ҡарата һөйөү, рух тәрбиәләгән ял итеү үҙәге ул. Лагерҙа ял итеүселәр бар яҡлап үҫешә, саф башҡорт телендә аралашып, телде ныҡлап өйрәнә.
Быйыл иһә лагерь үҙ эшен Стәрлебаш районында «Йәйләү» исеме аҫтында дауам итте. Һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, 400 баланы ҡабул иткән лагерь гөрләп торҙо.
Район мәғариф бүлеге мөдире Марат Заһиҙуллин әйтеүенсә, дүрт сменаға 1600 бала тура килә. «Бөгөн беҙ имиджыбыҙ өҫтөндә эшләйбеҙ. Лагерҙың айырым дауалау корпусы бар. Көнкүреш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында балалар йәшәгән ике корпусҡа газ, һыу, канализация, йылы үткәрәбеҙ. Планыбыҙҙа − лагерҙы йыл әйләнәһенә эшләтеү».
− «Йәйләү»ҙең үҙенсәлеге − Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, башҡорт телен өйрәнеү, − тип һөйләй БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәктәр менән хеҙмәттәшлек итеү бүлегенең баш белгесе Әлфиә Ишбаева. − «Башҡортостан балалары» махсус маҡсатлы программаһы сиктәрендә булдырылған лагерҙа бөтәһе 66 райондан, Силәбе, Һамар, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, хатта Санкт-Петербургтан да килеп ял итәләр.
«Йәйләү»ҙең бөтә эшен директор­ҙың фәнни-методик эштәр буйынса урынбаҫары Әлфиә Мәүлиәрова алып бара.
− Лагерҙа туғыҙынсы йыл эшләйем. Башҡорт балаларын ысын мәғәнәһендә ил патриоттары итеп үҫтереү өсөн беҙ күп көс һалабыҙ. Бында килгән балалар күп нәмәгә өйрәнеп, ҡыйыуланып, дәртләнеп ҡайта − был хаҡта ата-әсәләр ҙә әйтә. Ял итеүселәрҙең һәр көнө фәһемле үтһен өсөн аҙ ғына ваҡыт эсендә Башҡортостан, күренекле шәхестәребеҙ, республикабыҙҙың тәбиғәте хаҡында мәғлүмәт бирергә, ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә, фәһемле осрашыуҙар, сәйәхәт-экскурсиялар ойошторорға тырышабыҙ. Һәр йыл үткәрелгән сара − «Йәйләү» бөркөтө», «Йәйләү» һылыуы» конкурстары, Рәшиҙә Туйсина, ҡасим Дәүләткилдеев, Фәйзи Ғәскәров, Әсмә Шайморатова, Мәғәфүр Хисмәтуллин призына ярыштар иҫ киткес күңелле, дәртле үтә. Балаларға бигерәк тә үҙ телдәрендә рәхәтләнеп аралаша алыу мөмкинлеге булыу оҡшай. Һәр бала үҙ һәләтен күрһәтә, аса ала, − ти күптән барыһының хөрмәтен яулаған Әлфиә Тимербай ҡыҙы.
Ял ғына итә, тимәгеҙ: эшкә лә күмәкләшеп «һә!» тигәнсе тотоналар. Тәрбиәселәр балаларҙың эшкә өйрәнеүен һәм һөйөүен мәрәй таратыу юлы менән билдәләй. Теге йәки был эштә үҙеңде лайыҡлы күрһәттеңме − мәрәй бирелә, тәртип боҙҙоңмо − мәрәйең тартып алына. Иң ҡыҙығы − йыйылған мәрәйҙәр аҡса рәүешендә тотонолоп, магазинда тәмлекәстәргә, кәрәкле әйберҙәргә алмаштырыла.
Волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, футбол уйнарға, хатта бассейнда йөҙөргә лә була «Йәйләү»ҙә. Ял итеүселәрҙең сәләмәтлеген нығытыу, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, физик көстәрен арттырыу − быларҙың барыһына ла ҙур иғтибар бүленә. Йыш уҙған бәйгеләр еңеүселәрен Маҡтау ҡағыҙы һәм тәмле приз менән баһалайҙар.
Иң көслө спортсыларҙың береһе һаналған Гөлсәскә Хәбибуллина билбау көрәше менән 6-сы синыфтан уҡ мауыға. Әле ул Ауырғазы районының Мораҙым мәктәбендә 9-сы синыфты тамамлаған. Тренеры Харис Нәҙершин ярҙамында Гөлсәскә яңыраҡ Саҡмағош районында үткән Башҡортостан чемпионатында 1-се урынға лайыҡ булған.
Ә бына Айзилә Моталова менән Гөлирә Әҙеһәмова − ижади яҡтан һәләтле ҡыҙҙар. Айзилә − Хәйбулла районының Йәнтеш, Гөлирә Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбендә 7-се синыфты тамамлаған. Улар «Урал батыр» эпосын ятлау, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙыу буйынса оҫта. Район ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа гел призлы урындарға лайыҡ.
Өфө ҡалаһында 5-се синыфты тамамлап килгән Дилбәр Әҙелбаева бында алтынсы тапҡыр ял итә. Ул − бейеүсе: биш йәшенән үк балет менән шөғөлләнә. 2010 йылда Францияла уҙған бөтә донъя фестивалендә лә ҡатнашҡан.
Әлбиттә, талантлы балаларҙы һәм уларҙың барлыҡ еңеүҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. Һәр береһе үҙенсә һәләтле: рәссам, йырсы, бейеүсе, гимнаст, акробат, шиғыр-әкиәт һөйләүсе, артист һәм башҡалар. Уларға һоҡланып: «Афарин!» − тип әйтергә генә ҡала.
Бына шундай күңелле тормош менән йәшәй «Йәйләү» лагеры һәм уның һәләтле балалары. Унда икенсе смена тамамланды. Ял итеүселәр өсөн берсә моңһоу, берсә күңелле хушлашыу кисәһе ойошторолдо. Балалар ҡатнашлығындағы концерт гөрләп үтте. Бындағы балаларҙың туҡтауһыҙ ысын күңелдән «Рәхмәт!» тип ҡысҡырыуы тәрбиәселәр өсөн оло ҡыуаныс булды.
Ә тәрбиәселәр улар менән икенсе йылға тиклем хушлашып, телефон аша шылтыратышып торорға килеште.

Эльмира ИШЕМОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға