«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Саранча оҙаҡ көттөрмәне



09.07.2011 Саранча оҙаҡ көттөрмәне

Саранча оҙаҡ көттөрмәнеБашҡортостанда саранчаға ҡаршы көрәш буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Рес­публиканың туғыҙ райо­нындағы хужалыҡтар ҡа­ра сиңерткәнән яфа сигә.
Иң тәүҙә саранча Ырымбур өлкәһенә яҡын урынлашҡан Хәйбулла районына һөжүм итә башланы. Ә хәҙер инде елдән дә етеҙ таралған бөжәктәр менән көрәшкә Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка һәм Стәрлебаш райондары ла ҡушылды. Әлегә ауыл хужалығы культураларына хәүеф янамай. Республикала ҡурҡыныс ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш алып барыу өсөн махсус штаб төҙөлгән, аныҡ пландар бар.
Әле Башҡортостандың 15 районы хужалыҡтарында саранча таралып китмәһен өсөн майҙандарҙа химик эшкәртеү эштәре бара. Баҡтиһәң, сиңерткәләр, бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрөн, кукуруз һәм көнбағышты ярата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға