«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе... Аптыратты...



25.06.2011 Был аҙнала беҙҙе... Аптыратты...

Барак Обама үҙенең кандидатураһын Америка ҡушма Штаттары президенты итеп күрһәткәндә Гуантанамо төрмәһен ябырға вәғәҙә иткәйне.
Тик байтаҡ ваҡыт үтһә лә, был төрмә һаман да эшләй, ундағы тотҡондар суд менән язаға тарттырылған ваҡытын үткәрмәй, ә ҡасан үҙҙәренә ҡаршы законлы рәүештә эш асыуҙарын көтә.
Гуантанамо төрмәһендә ултырыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек мосолмандар, уларҙы терроризмда ғәйепләргә маташалар. Тик был кешеләрҙе судҡа биреү өсөн факттар юҡ, ғәйепләргә нигеҙ таба алмайҙар. Шунлыҡтан тотҡондар нисәмә йылдар буйы ер менән күк араһында йәшәй, уларҙы ниндәй яҙмыш көткәнлеген берәү ҙә әйтә алмай. Көн дә намаҙға баҫҡан, үҙ-ара татыу йәшәгән тотҡондарҙың ғәйепле булыуын раҫлаусы факттарҙы ете йыл көтәләр.
Ошо аҙнала Барак Обама бөтә Американың имиджына ҡара тап төшөргән төрмәне ябыуҙы кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға