«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы госпиталь. Полицияға



25.06.2011 Яңы госпиталь. Полицияға

Баш ҡалала БР буйынса Эске эштәр министрлығы медик-санитар часы госпиталенең яңы дауалау корпусы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары Игорь Алешин ҡатнашты.
Корпус бер йылдан да әҙерәк ваҡытта төҙөлгән. Былтыр 21 июлендә төҙөләсәк бина нигеҙендә киләсәк быуынға мөрәжәғәт һалынған капсула ҡалдырылған. Уны Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы Миҙхәт Хәсәнов һалған. Корпус өсөн республика бюджетынан, дөйөм алғанда, 85 миллион һум аҡса бүленгән. Тағы ла 13,4 миллион һумды бағымсылар биргән, был аҡса медицина ҡорамалдарын һатып алыуға тотонолған.
Башҡортостан Президенты әй­теүенсә, республика етәкселеге киләсәктә лә бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡса бүлеп, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәр­ҙәренә ярҙам итәсәк.
Яңы госпиталдә көс структураларының 75 мең хеҙмәткәре һәм улар­ҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығыта ала. Бында полицейскийҙар ғына түгел, элек Эске эштәр министрлығы структураһына ингән хеҙмәттәр, мәҫәлән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһы тураһында ла һүҙ бара.
Рөстәм Хәмитов менән Игорь Алешин интенсив терапия, кардиология, гастроэнтерология палаталарын, клиник-диагностикалау лабораторияһын, ашхананы һәм башҡа биналарҙы ҡараны.

Әйткәндәй

Ошо уҡ көндәрҙә Өфө эске эштәр идаралығының атлы полиция полкы ла өй туйланы. 1200 квадрат метр майҙанды биләгән 20 вольерлы, күнекмәләр өсөн уңайлы урынлы бина М. Ғафури исемендәге парк биләмәһендә төҙөлгән. Сипайлово биҫтәһендә, урманлы зонала, күп халыҡ йыйылған сараларҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға йәлеп ителгән полиция взводы 20 аттан тора, кавалеристар һыбай йөрөүҙең бар нескәлектәрен яҡшы белә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға