«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Янылыктар



21.06.2011 Янылыктар

Өфө ҡалаһында буш эш урын­дары иҫәбе арта бара. Баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөгөн 14700 буш эш урыны иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта үҙәктә 10 меңдән ашыуыраҡ кеше иҫәптә тора, шуларҙың 9600-ө рәсми рәүештә эшһеҙ тип таныл­ған.

Башҡортостанда йөк ташыу машиналары өсөн түләү системаһын индереү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Һүҙ юлға ҙур зыян килтереүсе 12 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы авто машиналар тураһында бара. Рәсәйҙә тап шундай автомашиналар өсөн 2013 йылдың 1 ғинуарынан юл хаҡы түләтмәкселәр.

Республикала июндең тәүге яртыһында яуым-төшөмдөң бер айлыҡ нормаһы яуған. ҡайһы бер райондарҙа, атап әйткәндә, Туймазы районында иһә биш айлыҡ норма ла үтәлгән. Шул уҡ ваҡытта Урал аръяғы райондарында ямғырҙар артыҡ йыш түгел.

Иртәгә Өфө ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» тип аталған осрашыу үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 70 йыллығына арнала. Осрашыуға Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары, уҡыусылар, студенттар саҡырылған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға