«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ваҡытында тапшырылырға тейеш!



21.06.2011 Ваҡытында тапшырылырға тейеш!

Башҡортостан Хөкүмәтендә быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейешле «проблемалы» йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау тураһында кәңәшмә булды.
Шундай 14 йорттоң туғыҙы Өфөлә, икәүһе Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Шишмәлә – берәр. Ошо ҡалалар һәм район хакимиәттәренә торлаҡты тейешле ваҡытҡа төҙөп бөтөү буйынса саралар планы әҙерләргә ҡушылды.
Йорттарҙың аныҡ адресына килгәндә, Өфөлә Баландин урамындағы 7-се А, Б литерҙары, Чернышевский һәм Гончар урамдары киҫелешендә, Ғөбәйҙуллин урамында күп ҡатлы, Большевистик урамдағы «Каскад» торлаҡ комплексы (Октябрь районы), Мушников урамында, Гоголь урамында 373-сө квартал, Әхмәтов урамында сауҙа биналары һәм музыка мәктәбе ҡушылған йорт. Шишмәлә Ленин урамында 62-се, Нефтекамала Ленин урамының 14-се биҫтәһендәге, Салауатта дүртенсе биҫтәләге биш ҡатлы 1-се, 2-се, Ишембайҙа мансардалы, банк бинаһы ҡушылған биш ҡатлы йорттар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға