«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Журналистарҙың хеҙмәте баһаланды



18.06.2011 Журналистарҙың хеҙмәте баһаланды

Журналистарҙың  хеҙмәте баһаландыБашҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында бер төркөм журналисты бүләкләү тантанаһы үтте.
– Беҙ барыбыҙ ҙа бер үк эште башҡарабыҙ, халыҡҡа мәғлүмәт еткерәбеҙ, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата йәмғиәт фекерен тыуҙырабыҙ. Ысын профессионал ғына дәүләт сәйәсәтен, илдәге хәл-ваҡиғалар­ҙың айышын аңлап, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт бирә ала. Бөгөн был залда тап шундай журналистар йыйылған. Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.
Журналистҡа йыш ҡына үҙенең һөнәре буйынса башҡаларҙың эштәрен күрһәтергә, уңыштарын яҡтыртырға, теге йәки был һөнәр эйәһен маҡтап яҙырға тура килә. Ә үҙе был осраҡта гел ситтә ҡала. Шуға күрә байрам уңайынан ошондай тантаналар ойошторолоп, һинең дә хеҙмәтеңде баһалауҙары айырыуса күңелле. Гәзит-журнал, радио-телевидение, электрон баҫма хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәте маҡтаулы исемдәр, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың, БР Хөкүмәтенең һәм башҡа бик күп министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Мәҫәлән, «Демский вестник» гәзитенең баш мөхәррире Фәриҙә Маннанова, «Красный ключ» гәзитенең яуаплы секретары Светлана Еникееваға «Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Бүләкләнеүселәр араһында гәзитебеҙ журналистарының да булыуы айырыуса һөйөнөслө. Баш мөхәрриребеҙ – БР Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, ә социаль мәсьәләләр бүлеге хәбәрсеһе Рәйлә Күсемханова Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Тантанала шулай уҡ БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойош­торол­ған «Уҡытыусы йылы»н яҡтыртыу буйынса конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды. Уның һөҙөмтәһе буйынса, «Йәшлек» гәзитенең мәғариф бүлеге хәбәрсеһе «Республика гәзит һәм журналдарының иң яҡшы журналисы» номинацияһында III дәрәжә дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Гәзитебеҙ ҙә БР Йәштәр сәйәсәте һәм туризм министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Хеҙмәттәштәребеҙҙе һөнәри байрамы һәм лайыҡлы наградалары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

С. НИЯЗОВА.
А. ЗАҺИРОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға