«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хәрби йыйында үҙемде ысын һалдат итеп тойҙом



18.06.2011 Хәрби йыйында үҙемде ысын һалдат итеп тойҙом

Яңыраҡ мине хәрби йыйынға ебәрҙеләр. Биш көн дауамында беҙ иртәнән кискә тиклем хәрби эш нигеҙҙәренә өйрәндек. Йыйындан һуң шуны аңланым: армияла еңел түгел икән. Хәрби хеҙмәт миңә еңелдән бирелмәне.
Хәрби йыйында минең кеүек 10-сы синыф егеттәре күп ине. Беҙҙе 33-сө полкка билдәләнеләр. Хәрбиҙәр тигеҙ итеп сафта йөрөргә, граната ташлар­ға, марш атларға, автоматтан атырға өйрәтте. Тәүге көндә хәрбиҙәрсә атларға, автоматты һүтеп, кире ҡорорға, командующий менән һөйләшеү ҡағиҙәләренә өйрәттеләр. Икенсе көндө Алкиндағы хәрби полигонға барҙыҡ. “Дошман”дан да бигерәк, миңә аныҡ дошман – талпан ҡурҡынысыраҡ тойолдо. Әммә төймәләремде ҡаптырып сыҡҡас, ағастарҙан алыҫ йөрөгәс, бөжәк ҡаҙала алманы.
Хәрби йыйында минең өсөн иң ҡыҙығы алыҫ арауыҡҡа автоматтан атыу булғандыр. Өйрәнмәгәс, ҡорал тауышынан хатта ҡолаҡтар ҙа тоноп торҙо. Хәрбиҙәр һәр егет автоматтан ата белергә тейеш, армияла, Хоҙай ҡушмаһын, һуғышта кәрәк булыуы ихтимал, тип аңлатты.
Дөйөмләштереп әйткәндә, хәрби йыйын миңә ил һаҡсыһы булыу еңел бурыс түгел, әммә мөһим икәнлеген аңлатты.

Искәндәр ҒӘЙНЕТДИНОВ,
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға