«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 50 кг наркотик юҡ ителгән



14.06.2011 50 кг наркотик юҡ ителгән

Башҡортостан наркополицияһы сираттағы ҙур эше хаҡында хәбәр итә.
Хеҙмәткәрҙәр тарафынан 20 килограмдан ашыу марихуана, 14 кг героин, 9 кг гашиш, 5 кг-дан ашыу мәк һаламы юҡ ителгән. Был матдәләрҙең барыһы ла 93 административ һәм енәйәт эше буйынса дәлил булып тора.
Хөкөм ителеүселәр араһында притон тотоусылар, һатыусылар, наркотик матдә үҫтереүселәр бар. Һәммәһе лә Башҡортостандыҡы түгел, алтауһы Әзербайжандан булһа, берәүһе – Ставрополь крайынан. Баш ҡаланың Киров район суды Афғанстанда етештерелгән наркотик килтереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнгән ете енәйәтсене 6,5 йылдан 9,5 йылғаса иркенән мәхрүм иткән.
Башҡортостан наркополицияһының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға