«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәбиғәттә ял итеү һәйбәт, тик артыбыҙҙан ни ҡала?



28.05.2011 Тәбиғәттә ял итеү һәйбәт, тик артыбыҙҙан ни ҡала?

(Блиц-интервью)
Роберт НИЗАМОВ, БДАУ студенты:
– Беҙ дуҫтар менән ауылда 1 майҙа «миҙгел» асып ебәрҙек. Ауылыбыҙҙа ошо көндө тәбиғәткә сығыу йолаһы электән үк бар, бала-саға, хатта өлкәнерәктәр ҙә сыға. Артыбыҙҙан бер генә лә сүп ҡалмай – был яйға һалынған тәртип. ҡыйҙы йә яндырып, йә күмеп китәбеҙ. Ә ҡала тирәһендә тәбиғәткә сыҡһаҡ, дөрөҫөн әйтәм, ул тиклем үк йыйыштырынып тормайбыҙ, сөнки беҙҙән алда ла байтаҡ сүп ҡалған була. Минеңсә, урындағы етәкселек ныҡ тикшереп, ял итеүсе, турист-фәләндәрҙе контролдә тоторға тейеш.

Наҙгөл ХӘЙСӘРОВА, йәш һатыусы, Мәләүез ҡалаһы:
– ҡырҙа ял итергә кем яратмаҫ! Күмәкләшеп йыш ҡына сығабыҙ. Беҙҙең принцип шундай – тәбиғәткә һаҡсыл ҡара, ул да һине һаҡлар. Шуға ла үҙебеҙ менән махсус сүп-сар пакеттары алып барабыҙ. Ап-анһат – машинаға һалып ҡалаға алып ҡайтабыҙ ҙа йорт эргәһендәге сүп бактарына ташлайбыҙ. Бер артыҡ мәшәҡәте лә юҡ. Киләһе юлы шул урынға, таҙа урынға, барырға мөмкин.

Миләүшә һәм Ринат ВАХИТОВТАР, йәш ғаилә, Өфө ҡалаһы:
– Уй, һуңғы йылдарҙа ял итеүселәрҙең Ағиҙел, Асылыкүл, Талҡаҫ, ҡандракүл буйҙарын бысратыуҙары. Ғөмүмән, бер генә йылға ла имен ҡалмайҙыр ул. Бөтә туристар­ҙың артынан тикшереп йөрөү мөмкин түгелдер ҙә, бәлки.
Барыһы ла тик кешенең тәртибе, тәрбиә кимәленә бәйле. Әлбиттә, иҫеректәр үҙ артынан йыйыштырып китмәйәсәк. Лес­никтармы, ауыл хакимиәте йә берәй яуап­лы ойошма вәкилдәреме, ял итеүселәр ҡыҙыҡһынған биләмәләрҙе барыбер ҡарап-күҙәтеп торорға тейеш. Йәй көнө генә булһа ла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға