«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Меңдәр араһында иң сағыуы булыр өсөн...



28.05.2011 Меңдәр араһында иң сағыуы булыр өсөн...

Оялсан булмаһам да, юғалып ҡалам... Нимә эшләргә?
«Хөрмәтле редакция! Миңә 19 йәш. Сибәр түгелмен, әммә, мөләйемһең, тиҙәр. Оялсан да түгел кеүекмен, шулай ҙа күп ваҡыт юғалып ҡалам. Дуҫ ҡыҙҙарым бик шаян, хатта матур булмағандары ла егеттәр­ҙе тиҙ ҡарата. Нисек үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙырырға, сағыуыраҡ күренергә икән? Рәмилә».
Һәр йәш ҡыҙҙың да уйлағаны шул: нисек башҡалар­ҙан айырылып торорға, иң гүзәле булырға? ҡыҙҙар, бының өсөн етешһеҙлектәрегеҙҙе бөтөнләй онотоп, һәр яҡшы нәмәлә әүҙем булып, ғөмүмән, позитивҡа «эйәреп» йәшәргә кәрәк. Бына бер нисә ябай ғына кәңәш:
1. Һинән гел яҡшы хәбәрҙәр, ыңғай энергия сыҡһын.
2. Йөҙөң асыҡ булһын, башҡаларҙы тыңлай бел.
3. Үҙгәреүҙән ҡурҡма. Төрлө яҡлап белемеңде камиллаштыр, күберәк уҡырға тырыш. Белгәнеңде аралашҡанда файҙалан.
4. Саҡырмаған ергә йөрөмә, киреһенсә, үҙеңде саҡырырлыҡ булһын.
5. Ярҙам һораһалар, баш тартма.
6. Кейемең артыҡ «текә» булмаһын. Һәр нәмәлә сама бел. Уңайлы, таҙа, килешле – шулай кейен.
7. Сәсең менән күп эксперимент яһама – көслө затҡа тәбиғилек нығыраҡ оҡшай.
8. Ирендәрең, күҙ-ҡаштарың да ҡараулы булһын. Улай тигәс тә, косметиканы артыҡ ҡулланып ҡуйма.
9. Кәүҙәңде төҙ тотоп атларға күнек.
10. Егеттәр алдында эре, тупаҫ ҡыланма. Уларҙы кәрәк ерҙә хуплап, маҡтап та ебәр­һәң...

Әйткәндәй

Егеттәрҙең күбеһе. үҙҙәре тәмәке тартып, ваҡыты-ваҡыты менән һыра эсергә яратһа ла, ошондай насар ғәҙәттәре булған ҡыҙҙар­ҙы өнәп етмәй, улар менән етди мөнәсәбәттәр ҡормаясаҡ. Кем «тәмәжник» ҡыҙҙы ғүмер юлдашы итергә теләһен? Бер миҫал: бер көндө урамда ҡаршыма ике ҡыҙ осраны. Береһе спорт кейемендә, икенсеһенең ҡулында – тәмәке. Тәүгеһенең йөҙөнә бағам: бите алланып тора, кәүҙәһе лә төп-төҙ. Тәмәкелеһе һары йөҙлө, көмрәйеп атлай. Һығымта яһағыҙ инде...

Рәмиләгә психолог
Айһылыу Абдуллина кәңәш бирҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға