«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » онотолмаҫлыҡ төн



24.05.2011 онотолмаҫлыҡ төн

онотолмаҫлыҡ төнМузей – халҡыбыҙҙың бай тарихын һаҡлап тороусы, уны быуындан-быуынға еткереүсе, үткән быуаттарға күпер булып тороусы изге йорт. Илгә, милләтебеҙҙең үткәненә ихтирам һәм һөйөү тойғолары тыуҙырыу маҡсатында улар көн һайын үҙ ишеген меңәрләгән ҡунаҡҡа аса. Үткән шәмбелә Өфө музейҙары, Халыҡ-ара музейҙар көнөнә арнап, “Төнгө музей” тип аталған акция уҙғарып, ғәҙәти булмаған эш ваҡыты менән, ярты төнгә тиклем ҡунаҡтар ҡаршы алды.

Әҙәби ҡомартҡылар, яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре һаҡланған Башҡортостан Республи­каһының Милли әҙәбиәт музейы ла был көндө баш ҡала халҡына матур байрам бүләк итте. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостан­дың беренсе халыҡ шағирының ижадын пропагандалау, йәш быуында тыуған илебеҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҡарата һөйөү уятыу маҡсатында ойошторолған сараға кесеһенән алып олоһона тиклем төрлө йәштәге кешеләр йыйылды.
Сара йорт-музей, ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәренең, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Александр Новицкий­ҙың һүрәттәре күргәҙмәһе менән танышыуҙы үҙ эсенә алды. Ә инде байрамға арналған концертта Дәүләкән районының һәүәҫкәрҙәре, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылары сығыш яһаны. БДУ, БДПУ-ның ижади берекмәләре ағзалары тамашасыға үҙҙәренең шиғырҙарын тәҡдим итте. Музейҙың йәш ҡунаҡтарының асфальтта һүрәт төшөрөү, йәш шағирҙарҙың “Асыҡ микрофон” конкурс­тары, боди-арт буйынса мастер-класс “Төнгө музей” акцияһын йәмләндер­ҙе, уны тағы ла сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итте.

Самат ҡОТЛОЕВ.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға