«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Урман оҫтаһы



10.05.2011 Урман оҫтаһы

Урман оҫтаһыМөғжизә… Әллә быуаттар аша сәйәхәт инде? Семәрләп эшләнгән ағас батман, ҡаҙан, аштабаҡ кеүек һауыт-һаба, уҡ-һаҙаҡтар, сана-арбалар, төрлө эш ҡоралдары күҙҙе ҡамаштыра…
Бөгөнгө һүҙем Ғафури яҡтарының иң матур төбәгенең береһендә төпләнеп һәм күптәргә өлгө булып йәшәүсе оҫта Фәррәх Насрулла улы Фәтхетдинов тураһында.
… Урамда рәхәтләнеп туп тибеп уйнап йөрөгән малай ғына сағынан атаһы эргәһенә тимерлеккә барып, уға ярҙамлашып, ә инде өсөнсө класта уҡығанда ат дағалауын иҫенә төшөр­ҙө Фәррәх ағай…
Ул ниндәй хеҙмәт юлы үтеүен матур итеп епкә теҙҙе. Ағай 70-се йылдарҙа Толпар ауылында йөк ташыусы булып эш башлай. Ә 1971 йылда лесхозда урман ҡырҡыусы була, 1973 – 1974 йылдарҙа ПТУ-ла урман эштәре буйынса белем ала. 1982 йылға тиклем Еҙем лесничествоһында урмансы, 2000 йылға тиклем Белорет районының Инйәр лесхозында оҫта. Һуңынан ул Ғафури яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бында төпләнгәс, инде ең һыҙғанып яратҡан шөғөлө менән көн күрә башлай.
Уның улдары, аталарына оҡшап, уңған, егәрле. Флүр, Филүс, Данис та ата-бабаларыбыҙға хас һөнәрҙе дауам итә. 2002 йылда заказ менән Нижневартовск ҡалаһынан арба килеп алалар. «Путинда ла бер арбабыҙ бар», – тип тыйнаҡ йылмая геройыбыҙ. Ағас оҫтаһы тарихты тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. Нуриман районында төшөрөлгән фильмда, Ғафури районы Ташбүкән ауылында «Һөйәнтөҙ» фильмында ҡулланылған әйберҙәр, һис шикһеҙ, ҡомартҡы булараҡ бөгөнгө, киләсәк быуынға күрһәтеләсәк тарихи элементҡа әйләнде.
Төпкөл ауылда йәшәүсе алтын ҡуллы Фәррәх ағай эшләгән саналарҙы һәм арбалар­ҙы яҡташтары ғына ҡулланмай, улар бөтөн Рәсәйгә таныш. Мәҫәлән, Бородино яланындағы һуғышҡа арналған сараларға ул улдары менән уҡ-һаҙаҡтар, һөңгөләр эшләй. Был бүләктәр «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов ҡулына эләгә.
Тәбиғәтте яратҡан Фәррәх ағайҙы мин урман, ағастар батшалығы тимерсеһе итеп күҙ алдыма килтерәм дә. Уңғанлыҡ, егәрлелек менән генә түгел, ә хәләл хеҙмәт менән, әсе тир түгеп донъя көтөргә ғәҙәтләнгән кеше ул. Шуға ла уны ауылдаштары ла, райондаштарыбыҙ ҙа ихтирам итә.

Алһыу СӨЛӘЙМӘНОВА.
Ғафури районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға