«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Студент отрядтарын мауыҡтырғыс йәй көтә



23.04.2011 Студент отрядтарын мауыҡтырғыс йәй көтә

Студент отрядтарын мауыҡтырғыс йәй көтәБашҡортостан студенттары һәр ваҡыт ҡыҙыу эш, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. 2003 йылда барлыҡҡа килгән «Башҡортостан студент хеҙмәт отрядтары штабы» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы йылдан-йыл меңәрләгән студентты ваҡытлыса эш менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Штаб етәксеһе, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Руслан ҡанбулатов һүҙҙәренсә, был ойошма егет һәм ҡыҙҙарға уҡыуҙан буш ваҡытта эш табып биреүҙә генә түгел, ә тәжрибә тупларға, хеҙмәт баҙарына үҙ аллы аяҡ баҫыуында бик мөһим ярҙам булып тора.
– Студент отрядтарында ҡатнашҡан йәштәр һаны быйыл тағы ла артыр, тигән өмөттәбеҙ, сөнки республика Хөкүмәте лә был мәсьәләгә етди иғтибар бирә. 2006 йылда уҡ студент хеҙмәт отрядтарына ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Артабан был һорау Ректорҙар советында ла күтәрелгән. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәге тарафынан махсус хоҡуҡи ярҙам күрһәтелә, семинар­ҙар уҙғарыла, – ти үрҙә телгә алынған штабтың быйыл февралдә һайланған етәксеһе. Әйткәндәй, Руслан – үҙе уҡыған вуздың бөтә Башҡортостанға билдәле «Колос» студент отрядында тәүге курстан башлап уҡ сынығыу үткән егет. «Колос»тар бер нисә йыл рәттән республикала иң яҡшы студент отряды исеменә лайыҡ булды.
Беҙҙә студотрядтар, башлыса, түбәндәге йүнәлештә эшләй – төҙөлөш, ауыл хужалығы, педагогик, экологик һәм проводниктар отряды. Былтыр, мәҫәлән, 200-ҙән ашыу йәштәр отряды бөтә республикала, хатта унан ситтә лә эшләгән.
«Бөгөн беҙҙең төп маҡсат отрядтарҙың һанын арттырыу ғына түгел, ә иң мөһиме – сифатын күтәреү. Студотрядтарҙың айырым символикаһы ла, йолалары ла булырға тейеш. Был хәрәкәттә ҡатнашҡан йәш кеше, минеңсә, заман шарттарына ярашлы тәжрибә һәм тәрбиә лә ала». Руслан ҡанбулатовтың фекере шундай. Быйыл тупланған бригадалар тәүгә Сочиға – 2014 йылғы Олимпиада төҙөлөштәренә – юллана. Алыҫ Көнсығышҡа, Сахалинға ла бармаҡсылар. Отрядтар конкурс буйынса һайлап алына. 5 майға тиклем иң яҡшылары асыҡланып, юлға сығырға әҙерләнә башлаясаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан студент хеҙмәт отрядтары штабы, йәштәр йәмәғәт ойошмалары араһында иң лайыҡлыһы тип табылып, махсус грант алған. Республика штабы үҙ алдына Рәсәй студ­отрядтары менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатын да ҡуйған. Тиҙҙән Татарстанға барырға йыйыналар, Бүрәт Республикаһы студент отрядтары вәкилдәре иһә үҙҙәре беҙгә сәфәр ҡылмаҡсы. Тимәк, студотрядтарҙың ҡаҙаныштары-уңыштары ла алда әле. Иң мөһи- ме – республика вуздары үҙҙәрендә белем алып йөрөүсе йәштәрҙе хәстәрләргә, ваҡытлыса эш менән тәьмин итеүгә лә етди ҡарарға бурыслы.

Студотрядтар тарихынан

Совет студенттарының беренсе хеҙмәт семестры егерменсе быуаттың алыҫ 20-се йылдарында уҡ башлана. Иң тәүгеләрҙән булып Бауман исемендәге Мәскәү техник университеты студенттары туплана. Быға тиҫтә йыл үтер-үтмәҫтән, биш йыллыҡ төҙөлөштәрендә вуздар­ҙан 350 меңдән ашыу студент эшләй. Магнитогорск ҡалаһын, ДнепроГЭС-ты, Мәскәү метрополитенын, Мәскәү – Омск тимер юлын төҙөүҙә йәштәр әүҙем ҡатнаша. Уңыш йыйыуҙа, Себерҙә урман ҡырҡыуҙа ла студенттар һынатмай.
Тәүге студент отрядын булдырыу тураһында ҡарар 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты йыйылышында ҡабул ителә. Студотрядтарға ихтыяж бигерәк тә ауыл хужалығында эшселәр етмәү сәбәпле килеп тыуа. Артабан йәйге хеҙмәт семестры йәнле үҫеш ала, ә инде 80-се йылдарға ул миллионға яҡын студентты йәлеп иткән ҡеүәтле хәрәкәткә әүерелә. Мәҫәлән, 1985 йылда Бөтә Союз студент отрядында 830 мең йәш кеше иҫәпләнә. 1959 –1985 йылдарҙа ошо берләшмә мәктәбен 12 миллион 757 мең 975 кеше үтә. Саян-Шушен ГЭС-ы, БАМ төҙөлөштәрендә лә студенттарҙың өлөшө тос була.
1993 йыл студотрядтар өсөн һынылышлы һанала. Бөтә элекке СССР биләмәһендә бары Свердловск өлкәһендә бер генә студент отряды ҡала. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн был хәрәкәт ил буйынса яңынан тергеҙелде. Бөгөн йәштәр 14 йүнәлеш буйынса хеҙмәт семестрында ҡатнаша ала – төҙөлөш, оператив, ҡотҡарыу, педагогик, ауыл хужалығы, экологик, сауҙа-сервис, проводниктар һ.б. отрядтар эшләй.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға