«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көрсөк артта ҡалған, алда – ун йыллыҡ план



23.04.2011 Көрсөк артта ҡалған, алда – ун йыллыҡ план

РФ хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Дәүләт Думаһы алдында яуап тотто
Көрсөк артта ҡалған, алда – ун йыллыҡ планПутин үткән йылда илдең йәшәйешенә баһа бирҙе, күҙаллауҙарға туҡталды. Хөкүмәт рәйесе төп докладын ике сәғәт тә егерме минут уҡыны, артабан 50 минут самаһы депутаттар­ҙың һорауҙарына яуап бирҙе, дөйөм алғанда, сара дүрт сәғәткә яҡын барҙы. Түбәндә Владимир Путин туҡталып киткән мөһим мәсьә­ләләрҙең бер нисәһе.

Көрсөктән сығыу

«Рәсәй финанс көрсөгөнән үтә ныҡ көсһөҙләнмәне тип уйлайым», – тине Владимир Путин. Донъя иҡтисады әкренләп тергеҙелә, әммә күп кенә дәүләттәр өсөн көрсөк хәтәр эҙемтәләр ҡалдырасаҡ. Рәсәй хөкүмәте барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе лә үтәйәсәк. Юғары властағылар ил иҡтисадының көрсөктән 2012 йылға тулыһынса тергеҙелеүенә ышана. Путин белдереүенсә, 2009 йылдың июленән Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш дауам итә, былтыр эске тулайым продукт (ВВП) дүрт процентҡа артҡан. Был – «Ҙур һигеҙ» илдәрендә иң яҡшы күрһәткес. Ағымдағы йылда уны 4,2 процентҡа арттырыу күҙаллана.
Һуңғы йылда хеҙмәт етештереүсәнлеге 1,3 процентҡа күбәйгән. Ә инде ВВП буйынса Рәсәй донъяның иң ҡеүәтле биш державаһы исемлегенә инеп, йән башына бүлеме 35 мең доллар булырға тейеш, тигән фекерҙә хөкүмәт башлығы. Теүәлерәге, 2021 йылға был күрһәткесте 36820 долларға еткереү мөмкинлеге ҡарала. Әйткәндәй, 2010 йылда эске тулайым продукт йән башына 19674 доллар тәшкил иткәйне.

Ауыл хужалығы

Владимир Путин үткән йылғы ҡатмарлы шарттарҙа илдең аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алған ауыл эшсәндәренә рәхмәт белдерҙе. Былтыр илебеҙҙә 61 миллион тонна иген йыйылған. Ағымдағы йылда ватан аграрийҙарына ярҙам маҡсатында федераль бюджеттан 150 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарал­ған. Бынан тыш, «Россельхозбанк» менән Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы баҫыу эштәрен кредитлау өсөн махсус рәүештә 150 миллиард һум самаһы әҙерләп ҡуйған.
Владимир Путин ауылды үҫтереүгә булышлыҡты көсәйтеү маҡсатында федераль бюджет­ҡа үҙгәрештәр индереп, тағы ла 13 миллиард һум ҡушыуҙы хупланы. «Һүҙ «Росагро­лизинг»тың апрелдән башлап ауыл хужалығы техникаһын 50 процент ташлама менән һата башлауы хаҡында бара, – тине В. Путин. – Крәҫтиән хужалыҡтары яҡынса алты мең берәмек машина һәм ҡорамал аласаҡ, ә сығымдар­ҙың 3,7 миллиард һумын федераль бюджет ҡаплаясаҡ».
2011 йыл пландарына килгәндә, федераль һәм төбәктәр бюджеты иҫәбенә халыҡҡа ер участкаларын теркәүҙә ярҙам күрһәтеләсәк, быйыл ошо маҡсатта 120 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ предприятиеларына ярҙам күрһәтеү өсөн дә ярайһы уҡ сумма бүленәсәк.

Янғынға ҡаршы көрәш

Былтырғы аномаль көн торошо арҡаһында илдең ҙур биләмәһе янғындан зыян күрҙе. Шундай бәләләргә ҡаршы тороу өсөн төбәктәргә быйыл янғын һүндереү техникаһы, ҡорамалдар һатып алыуға биш миллиард һум аҡса биреү күҙаллана. Ғөмүмән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын яңынан йыһазландырыуға, йәғни янғын һүндереү машиналары, авиатехника, заманса элемтә системалары алыуға 2015 йылға тиклем барлығы 43 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Янғындан зыян күргән урмандарҙы тергеҙеүгә, таҙартыуға, торфлы урындарҙы хәүефһеҙләндереүгә лә тейешле сумма бүленә.

Эш урындары

Көрсөк иң көслө мәлдә илдә эшһеҙҙәр һаны ете миллион кешенән артып киткән, быйылға был күрһәткес – биш миллион 355 мең кеше.
Рәсәй хөкүмәте яңы эш урындары булдырыу өсөн төрлө саралар эҙләй. 2015 йылғаса, мәҫәлән, моноҡалаларҙа 200 меңдән дә кәм булмаған эш урыны булдырыу күҙаллана. Эшһеҙҙәрҙе эш менән тәьмин итеп кенә ҡалмаясаҡтар, ә квалификация күтәреүгә лә иғтибар ҙур буласаҡ. Махсус программаларҙа ҡатнашыу өсөн инвалидтарға, шул категорияға ингән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, бала ҡарау буйынса отпускыла булған йәш әсәләргә өҫтөнлөк биреләсәк.

Юлдар

Яҡын биш йылда Рәсәйҙә 10 мең саҡрым самаһы яңы федераль һәм төбәк юлдары һалынасаҡ. 2020 йылға илдең барлыҡ федераль трассалары ла модернизацияланасаҡ. Быйыл юл төҙөлөшөнә аҡсаны былтырғыға ҡарағанда 40 процентҡа артығыраҡ бүлеү ҡаралған.
Тулы комплекслы саралар иҫәбенә 2008 йылдан алып юлдарҙа һәләк булыусылар һанын әҙәйтеүгә өлгәшелгән. «һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырғанда федераль трассаларҙа медицина хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу ҙа дауам ителәсәк. Үрҙәге күрһәткескә был да булышлыҡ итә. Әйткәндәй, аэродромдарға, тимер юлға ла иғтибар көсәйтеләсәк.

Торлаҡ

Рәсәй биш йыл эсендә торлаҡ төҙөлөшө күләмен ике тапҡырға арттырырға, йәғни йылына 100 миллион квадрат метрға еткерергә бурыслы. Тармаҡта эштәр бер аҙ тотҡарланһа ла, көрсөктә ул иң түбән кимәлгә етмәгән. Әле күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн беҙҙең мөмкинлектәр бар, тип белдерҙе хөкүмәт рәйесе. Уның һүҙҙәренсә, торлаҡ баҙарында йәнлелек күҙәтелә. 2011 йылда ил төҙөүселәре 63 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә тейеш.

Мәғариф, уҡыу стандарттары

Владимир Путин 10 – 11-се кластарға тәҡдим ителгән яңы белем биреү стандарттарын ҡабаттан ҡарап сығыу кәрәклеген белдерҙе.
«Улар йәмғиәттә бик ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар ҙа кире баһа бирҙе. Депутаттар яңы стандарттарҙы ҡабаттан ҡараһын, әйтелгән тәнҡит­ҡә, фекерҙәргә ҡолаҡ һалһын», – тине хөкүмәт башлығы.
Ул тәҡдим иткән Рәсәй мәктәбенә булышлыҡ итеүсе яңы проект тәү сиратта уҡытыусының хеҙмәт хаҡын күтәреүгә ҡайтып ҡала. Проект сигендә быйыл беренсе сентябрҙән педагогтар­ҙың эше өсөн түләү фонды уртаса 30 процент­ҡа артасаҡ. Хеҙмәт хаҡын күтәргәндә тигеҙлек һаҡланмаясаҡ, иң яҡшы уҡытыусылар­ға өҫтөнлөк биреләсәк.

Һаулыҡ һаҡлау

Владимир Путин иҫәпләүенсә, һаулыҡ һаҡлау­ҙы модернизациялау буйынса төбәк программаларының төп бурыстарының береһе – медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу. Алдағы ике йылда эш хаҡы фонды 30 – 35 процентҡа күтәреләсәк. Тармаҡ системаһы 100 меңдән ашыу заманса медицина техникаһы менән тулыландырыласаҡ. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль дауалау учреждениеларының 40 проценты самаһын төҙөкләндереү бурысы тора.
Интерн менән ординаторҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай – В. Путин ағымдағы йылдың 1 июненән уларҙың стипендияһын арттырырға тәҡдим итте. Быға тиклем өс мең һум самаһы булған стипендия 6 367 һумдан да кәм булмаясаҡ.

«Рәсәй мәҙәниәте» программаһы

Владимир Путин киләһе йылдан музей, китапханаларҙы финанслауҙы арттырыу, «Рәсәй мәҙәниәте» программаһын раҫлау бурысын ҡуя. Был юҫыҡта үрҙәге учреждениеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу ҙа ҡарала. «Быйыл 1 июндән барлыҡ федераль бюджетниктарҙың хеҙмәт хаҡын индексациялағанда иң әҙ аҡса алған төркөмгә ингән мәҙәниәт эшсәндәренекен дә арттырасаҡбыҙ, башҡаларҙыҡы кеүек 6,5 процентҡа түгел, ә күберәккә», – тип ышандырҙы хөкүмәт етәксеһе.
Музей, китапханалар фонды насар шарттар­ҙа һаҡлана, әкрен тулыландырыла. Китапханаларҙың 16 проценты ғына интернетҡа тоташыу мөмкинлегенә эйә. Ошо мәсьәләләргә иғтибар итеү мөһим.

Премьер тәнҡитте ҡабул итте

Сығышынан һуң Владимир Путин парламент партиялары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Оппозиция уның пландарын тәнҡитләне.
ЛДПР депутаттары интернеттағы ҡайһы бер «йүгәнһеҙ» сайттар тирәләй һорау бирһә, «Ғәҙел Рәсәй»ҙе бушлай балыҡ тотоу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы, КПРФ-тан Г. Зюганов ҡайһы бер күҙаллауҙарҙың тормошҡа ашасағына шик белдерҙе. «Ғәҙел Рәсәй» лидеры Николай Левичев та ил хөкүмәтенең пландарына уның кадрҙар сәйәсәте аяҡ саласағын әйтте. Уның һүҙҙәренсә, хөкүмәт үҙ-үҙен күрһәткән эксперттар хеҙмәтен файҙалана, үҙе лә профессиональ булмаған кешеләрҙән тора. «Берҙәм Рәсәй» тәнҡитселәргә ҡаршы дәлилдәр килтерһә, Путин иһә оппоненттарҙың күп фекерен ғәҙел тип тапты, тәнҡитте тыныс ҡабул итте.

Әйткәндәй

2015 йылға тиклем Рәсәй кешеһенең ғүмер оҙонлоғон 71 йәшкәсә күтәреү маҡсат итеп ҡуйыла. Тыуым да артырға тейеш. Демография проекттарына алдағы дүрт йылда 1,5 триллион һум һалына. Һуңғы өс йылда илдә биш миллион 300 мең самаһы сабый тыуған.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға