«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Беҙ реформаға нисек яраҡлаштыҡ?



16.04.2011 Беҙ реформаға нисек яраҡлаштыҡ?

Рәсәйҙең Юғары иҡтисад мәктәбе һуңғы егерме йылдағы баҙар реформаларының халыҡтың йәшәйешенә нисек йоғонто яһауын иҫәпләп сығар­ған. Башта уҡ шуны билдәләп китеү дөрөҫ булыр: илдә байҙар тағы ла ике тапҡырға байыған, ә ярлылар бер ярым тапҡырға фәҡирләнгән.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, халыҡтың тауар ҡулланыу күләме 1,45 процентҡа артҡан. Дәүләт түләгән торлаҡ һәм хеҙмәтләндереү күләме кәмегән. Кешенең яҡшы йәшәүен күрһәткән һандар, башлыса, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар иҫәбенә үҫкән. Мәҫәлән, ғаиләләрҙә телевизорҙар һаны артыуы, йә автомобиль алыусыларҙың күбәйеүе ошо рәттә. Тәмәке, алкоголь, Ватан автомобилдәре һатып алыуҙан йән башына иҫәпләнгән реаль килемдең дә өсәр, икешәр тапҡырға артыуы күҙәтелә. Уны эксперттар былай аңлата: «Тимәк, эсеү, тәмәке тартыу һәм автомобилдә йөрөү арзанай­ған». Аҙыҡ-түлек менән хеҙмәтләндереү хаҡтары иһә тиҙерәк артҡан.
Дәүләттең балалар баҡсаһына тотонған сығымдары ла күбәйгән, шул уҡ ваҡытта ошо маҡсатҡа ҡулланылған шәхси сығымдар ҙа артҡан. Ата-әсәләр балаларының белем алыуына, бигерәк тә юғары белемгә, аҡсаһын йәлләмәй. 2006 йылда медицина өлкәһенә йүнәлтелгән средстволар 1994 йылда тотонолған кимәлгә тура килә. Дәүләт биреп еткермәгәнде шәхси дауаханалар «тултырған» – уларҙың ошо тармаҡҡа тотонған аҡсаһы күләме һигеҙ тапҡырға күберәк. Дөйөм ауырыуҙар күрһәткесе 1990 – 2008 йылдар арауығында 45 процентҡа артҡан. Тағы бер һан: 2009 йылда медицина менән мәғарифҡа бүленгән бюджет сығымдары 20 йыл элеккегә ҡарағанда ете процентҡа кәмегән.
Торлаҡҡа килгәндә, эксперттар сағыштырыуынса, күрһәткестәр түбәндәгесә: ил халҡын йәшәү урыны (һәр кешегә 22 кв. метрға тиклем) менән тәьмин итеү 40 процентҡа артҡан. Торлаҡтың сифаты күтәрелгән, коммуналь фатирҙар кәмегән. 1989 йылда фатирҙы торлаҡ төҙөлөшө комитеты аша йә кредитҡа алырға халыҡтың 10 процентының мөмкинлеге булһа, 2009 йылда 19 проценты ала алған. Бынан 22 йыл элек бөтә хеҙмәт хаҡыңды йыйып барып 54 квадрат метр майҙанлы фатир алыу өсөн 2,6 йыл талап ителһә, хәҙер 4,6 йыл китә. ҡыҫҡаһы, әле ил халҡының 20 проценты ғына торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә.
Юғары иҡтисад мәктәбе етәксеһе Евгений Ясин фекеренсә, бөгөн Рәсәйҙә ике ил «йәшәй»: береһендә кешеләр сит илгә йөрөй, ҡулланыусы һайлауының нимә икәнен белә, ә икенсеһендә 20 йыл элеккегә ҡарағанда ла насарыраҡ йәшәйҙәр. Фәнни-тикшеренеү институты директоры Татьяна Малева ла йәшәү сифатының үҙгәреүен билдәләй. СССР-ҙа эшһеҙлек тә булмаған, юғары инфляция ла теркәлмәгән, уның ҡарауы, хатта сифатһыҙыраҡ тауар ҙа дефицит булған, хеҙмәтләндереү секторы иһә бөтөнләй юҡ иҫәбендә йөрөгән.
Яҡшы йәшәү – ул әле етерлек килем, торлаҡ, туҡлыҡ ҡына түгел, ә экология, хәүефһеҙлек, дәүләт хеҙмәтләндереүе сифаты ла. Хатта тәү ҡарамаҡҡа күп нәмәлә отоусы булып күренгән байҙарҙың балаларын сит илгә ебәреүенән дә уларҙың нимәнәндер ҡәнәғәт булмауы һиҙелә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә баҙар иҡтисадына күсеүҙән халыҡтың 40 проценты отолған – иң фәҡирҙәрҙең реаль килеме – 1,45, самалы ярлылар­ҙың 1,2 тапҡырға төшкән. Һәр бишенсе кешенеке иһә СССР тарҡалған осорҙағы кеүек үк ҡалған. Рәсәй 90-сы йылдарҙағы түбән тәгәрәүҙе 2000 йыл урталарында ғына туҡтата алған.


Әйткәндәй

Һандар, факттар темаһын дауам итеп, төрлө тикшеренеү, һорау алыуҙар асыҡлаған күрһәткестәргә туҡталырға мөмкин. Мәҫәлән, илдә уртасанан юғарыраҡ эш хаҡы алыусыларҙың 63 проценты балаларының сит илдәрҙә уҡыуын теләй, 35 проценты хатта, даими сит илдә йәшәһендәр, тигән ниәттә.
Санкт-Петербургта урам һепереүсе таба алмай йонсойҙар, имеш. Былтыр, мәҫәлән, ике мең дворник вакансияһына (хеҙмәт хаҡы айына 12 мең һум) 10 дәғүәсе генә булған.
Рәсәй кешеһе йылына уртаса 18 литр спирт эсә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эксперттары иһә, йылына 8 литр ҡулланыу ҙа етди деградацияға килтерә, тип ҡурҡытҡан була.
Беҙҙең илдә һыра эсәр һыуға ҡарағанда арзаныраҡ тора. Етмәһә, уны тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында, һәр мөйөштә һатып алыр­ға мөмкин.
Рәсәйҙә 87 миллиардер бар. Иң ҡыҙығы шул: улар донъяла иң түбән һалымды түләй, һинең менән минең кеүек – 13 процент! Франция, Швеция миллиардерҙары – 57, Данияла – 61, Италияныҡылар – 66 процент.
Илдә ирҙәрҙең уртаса йәше 59-ға тиң, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 72.
Йәшәү минимумы – 5 902 һум (хеҙмәткә яраҡлылар өсөн – 6 367, пенсионерҙарға – 4 683, балаларға – 5 709 һум).
Ошонан да түбән килемле халыҡ иҫәбе 43 миллиондан ашыу. АҡШ-та өс кешенән торған ғаиләгә айына 1 525 доллар тура килһә, ул ярлы һанала.
Рәсәйҙә ҡулланыу кәрзиненә 407 аҙыҡ-түлек индерелгән.
Ил халҡының 67,4 проценты пенсияға сығыуҙы һәләкәт тип һанай.
Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға