«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Намыҫлы журналистар хартияһы төҙөлдө



02.04.2011 Намыҫлы журналистар хартияһы төҙөлдө

Интернет беҙҙең йәшәйешкә ныҡлы килеп инде. Бәғзеләр һәр иртәһен нәҡ виртуаль донъяла баҫылған яңылыҡтар менән танышыуҙан башлай. Барыһы ла дөрөҫмө һуң унда? Был икеле. Башҡортостандың матбуғат баҫмаларының бер өлөшө, үҙ сайттарын тик хәҡиҡәткә тап килгән мәғлүмәттәр менән тулыландырыу маҡсатында, интернет-журналистика хартияһын булдырҙы.
Килешеүҙә ҡатнашыусы баҫмалар сайттарында редакция телефондарын күрһәтә, уҡыусыларға фекерҙәрен яҙырға ла форсат бирә. Этник, социаль һ.б. йәһәттән йәберләүҙәр булған материалдарҙы баҫмаҫҡа, ыҙғыш тыуыуға булышлыҡ итмәҫкә һәм норманан тайпылған лексиканы ла ҡулланмаҫҡа бурыслы. Хартияның логотибы ла раҫланған. Намыҫлы журналистарҙың символы – һары турғай. Урыҫса ЧИЖ – честный интернет-журналист. Сайтта ошо ҡошсоҡтоң һүрәтен күрһәгеҙ, был сығанаҡҡа ышанырға була. Әйткәндәй, Башҡортостан – илдә виртуаль селтәрҙәргә бәйле мораль-этик ҡағиҙәләр ҡабул итеүсе тәүге төбәк. Хартияға әле унлаған баҫма ҡул ҡуйған. Улар – «Йәшлек», «Өмет», «Молодежная газета», «Шоңҡар», «Ватандаш», «Кызыл таң», «RB-XXI век», «Башпортал», «Ижтимағи электрон гәзит» («Общественная электронная газета»), шулай уҡ бойондороҡһоҙ блоггер Айҙар Хөсәйенов, «Башинформ» агентлығы, «Ufa1» ҡала сайты һәм Бойондороҡһоҙ башҡорт форумы.
БР Журналистар союзы етәкселеге киләсәктә был исемлектең оҙонайыуына ышана.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға