«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ярмалар алтын бәрәбәрендә



02.04.2011 Ярмалар алтын бәрәбәрендә

Ярмалар алтын бәрәбәрендәАс кешенең асыуы яман, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан һайын һатыусыларҙың да үҙен тотошо үҙгәрә – улар йә эшһеҙлектән йонсоған ҡиәфәттә яртышар сәғәт мине яндарында тотҡарлап, хаҡтар һәм тормош тураһында гәп һата, йә ҡыҙып китеп, хаҡтарҙы яҙып торған өсөн генә туңған балыҡ менән бәргесләр хәлгә етеп әрләшә башлайҙар. Һатып алыусылар менән дә хәл шулай уҡ – улар хаҡтарҙың артыуы өсөн ябай һатыусыларға бәйләнеп бер була. Һәр хәлдә, һуңғы ваҡытта баҙарҙа йөрөү әллә ни ҡыуандырмай. Барыһы ла зарлана ла зарлана.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 31 мартҡа бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата Өфөнөң Киров (халыҡ телендә Гурьев тип йөрөтөлә) баҙары миҫалында күрһәтелгән. Унда тауарҙы күмәртәләп тә, аҙлап та алырға мөмкин.
Хаҡтар – һумда
Тауыҡ боттары 70 – 85
10 дана йомортҡа 34 – 42
Картуф 32 – 43
Кишер 30 – 35
Помидор 80 – 90
Һуған 32 – 45
«Макфа» оно 24 – 25
Дөгө ярмаһы 34 – 50
Манный ярмаһы 22 – 24
ҡарабойҙай 90 – 95
Тары ярмаһы 49 – 50
Макарон изделиелары 25 – 46
Шәкәр (ҡарлыман) 45 – 46
Шишмә
үҫемлек майы 62 – 68
Бер тоҡ (50 кг) юғары
сортлы он 650 – 750
Бер тоҡ беренсе сортлы он 550 – 650
Бер тоҡ шәкәр (50 кг) 1750 – 1800
Ыҫланған скумбрия балығы 175 – 180
Туңдырылған минтай балығы 60 – 70
Туңдырылған сельдь балығы 56 – 75

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға