«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Беҙ – булдыҡлы халыҡ



29.03.2011 Беҙ – булдыҡлы халыҡ

йәки Башҡорт эшҡыуарлығы үҫергә тейеш!
Беҙ – булдыҡлы халыҡБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһының Күмертау ҡалаһында уҙғарылған күсмә ултырышында Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка райондарынан йыйылған эшҡыуарҙар ҡатнашты. Сара бөгөн көнүҙәк мәсьәлә – башҡорттар араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уға йәштәрҙе ылыҡтырыу, психологик һәм башҡа төрлө кәртәне йырып сығыуҙа мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтеү, ҡайҙалыр ситтә эшләү түгел, ә үҙ төйәгеңдә, ата-бабалар ерендә эш асып, ауылдаштарыңды эш урыны менән тәьмин итеү, онотолған шөғөл-кәсептәр­ҙе тергеҙеү мөһимлегенә арналды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе, Бизнес-үҙәк етәксеһе Иршат Аҫылғужин үҙ сығышында был өлкәлә йылдамыраҡ, әүҙемерәк булырға өндәне.
– Бөгөн ауылды һаҡлап ҡалыуҙа, үҫтереүҙә эшҡыуарлыҡ ҙур роль уйнай, баҙар иҡтисады ауылда ла яҡлау табырға тейеш, шунлыҡтан һәр ауылдың бизнес-паспорты булыуы шарт, – тине ул.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ҡаршылыҡтар етерлек: эш асырға теләүсенең норматив-хоҡуҡ базаһы буйынса белеме юҡлығы, йыш ҡына бер-береһен ҡабатлауы, яңы йүнәлештә эшләргә теләмәүе, һалымдарҙың юғарылығы, берҙәм юридик белешмә телефоны булмауы һәм башҡалар.
БР Инновация агентлығы директоры Зөфәр Камалов йәштәр өсөн проекттар тураһында һөйләне. Агентлыҡ яңы эш башлаған йәштәргә ярҙам күрһәтеүҙе һәм төрлө уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар һәр сығыштан һуң фекер алышты. Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт аҡсаһын бүлеү системаһын үҙгәртеү мөһимлеге, уның күп ҡаршылыҡҡа осрауы, һәр районда ит һәм һөт продукцияһын эшкәртеү өсөн шәхси мини-завод булдырыуҙың артабанғы үҫешкә ыңғай һөҙөмтә яһаясағы билдәләнде.
Халҡыбыҙҙың үҙен-үҙе һаҡлап ҡалыуында, рухи-мәҙәни, социаль-иҡтисади үҫешен артабан яҡшыртыу­ҙа ла бөгөн эшҡыуарлыҡ мөһим роль уйнай. Көньяҡ-көнбайыш райондар­ҙан килгән вәкилдәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр индер­ҙе. Күптәр үҙен ҡыҙыҡһындырған мөһим һорауҙарға яуап алды, бәйләнеш булдырҙы.
Сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, яңы эш башлаусыларға һалымды кәметеү, ер пайҙарын рәсмиләштереүҙе тиҙләтеү, һалым, хоҡуҡи ярҙам буйынса консультация ойоштороу буйынса йүнәлешле эшләүҙең мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды һәм республикабыҙҙың көньяҡ райондарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың торошо һәм артабанғы үҫеш юлдары буйынса ҡарар ҡабул ителде.

Иршат Аҫыл­ғу­жин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе:
– Үҙ эшен асырға йөрьәт итә алма­ғандар­ға ярҙам итеү маҡсатында ҡоролтайҙың Бизнес-үҙәге төҙөлдө. Беҙҙең Кү­мер­тау­ҙа уҙған ултырыштың маҡсаты – райондарға сығып, урында эшҡыуарлыҡ үҫешен өйрәнеү, уны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү…

Зөфәр Камалов, БР Инновация агентлығы директоры:
– Инновация йәштәр студент йылдарынан уҡ үҙеңдә аҡса эшләү һәләтен үҫтерергә, әүҙем позиция биләргә тейеш тигән маҡсатты күҙ уңында тота. Идея-маҡсаттар күп, шуларҙың береһе генә булһа ла йәштәр тарафынан яҡлау табыр, тигән өмөттәмен.

Сәғит ИсмӘғи­лев, «Исмәғил» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры:
– Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә әллә ни ҙур сығым кәрәкмәй, бары тик үҙеңдәге эске теләкте эшкә ҡушыу мөһим. Эш башлайым тигәндәрҙең беренсе сиратта хуплау, яҡлау­ға түгел, ниндәйҙер ҡаршылыҡтарға осрауы ҡыҙғаныс, һәм улар ошо сәбәпле үҙ идеяһынан баш тар­тыр­ға мәжбүр.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға