«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Апрель



29.03.2011 Апрель

Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
Апрель1 – Көлкө көнө.
– Халыҡ-ара ҡоштар көнө.
2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
– Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
3 – Геологтар көнө.
7 – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
8 – Хәрби комиссариаттар хеҙмәт­кәр­ҙәре көнө.
11 – Фашистик концлагерҙар тотҡондарын халыҡ-ара азат итеү көнө.
12 – Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө.
18 – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө.
22 – Бөтә донъя ер көнө.
23 – Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуғын яҡлау көнө.
24 – Йәштәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
– Бөтә донъя туғанлашҡан ҡалалар көнө.
26 – Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
28 – Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө.
29 – Халыҡ-ара бейеү көнө.
30 – Янғын һағы көнө.

Юбилейҙар
4 – башҡорт шағиры, публицист, ғалим Ғарифулла КЕЙЕКОВТЫң тыуыуына – 150 йыл (1861–1918).
8 – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғамил БӘҘӘМШИНҒА – 70 йәш (1941).
– яҙыусы Барый НОҒОМАНОВҡА – 75 йәш (1936).
– ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Илгиз ХӘБИРОВҡА – 60 йәш (1951).
10 – күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Сафуан ЯҡШЫҒОЛОВТЫң тыуыуына – 140 йыл (1871–1931).
– тел белгесе, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы, педагогия фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Кәбир ЗӘКИРЙӘНОВҡА – 80 йәш (1931).
– журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең элекке мөхәррире, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт ХӨСӘЙЕНОВҡА – 80 йәш (1931).
11 – медицина хеҙмәте полковнигы Альп СӘҒӘҘИЕВҡА – 75 йәш (1936).
– тарих фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айһылыу ЮНЫСОВАҒА – 60 йәш (1951).
15 – яҙыусы Тайфур СӘҒИТОВҡА – 75 йәш (1936).
18 – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан» гәзите, «Яңы юл», «Октябрь», «Әҙәби удар» журналдары мөхәррире Дауыт ЮЛТЫЙҘЫң тыуыуына – 115 йыл (1896 – 1938).
26 – бөйөк татар шағиры Ғабдулла ТУҡАЙҘЫң тыуыуына – 125 йыл (1886 – 1913).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға