«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көслө ташҡын көтөлмәй



12.03.2011 Көслө ташҡын көтөлмәй

Көслө ташҡын көтөлмәйБыйыл Башҡортостанда көслө ташҡындар булмаясаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡар ҡатламында һыу һаҡлағыстарҙы тулыландырырлыҡ һыу запасы етерлек. Республика ташҡынға көрәш комиссияһының БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров етәкселегендә үткән ултырышында яҙғы ташҡынға ҡарата яҡынса шундай прогноз әйтелде.
«Республиканың төп өс йылғаһында (Ағиҙел, Өфө (ҡариҙел), Дим) һыу запасы күп йылдар дауамында күҙәтелгән уртаса күрһәткестәргә тиң, урыны-урыны менән 10 – 20 процентҡа норманан түбән булған урындар ҙа бар. Һыуҙың күтәрелеү кимәле уртаса күрһәткестәрҙән бер метрға түбән буласаҡ. Ташҡындың иң көслө мәле апрелдең һуңғы декадаһында, май башында көтөлә», – тип белдерҙе Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ етәксеһе Юрий Ферапонтов.
Был мәғлүмәттәр яҡынса 5 мартҡа ғына. Алда тағы ла ике ай бар, хәлдең ҡырҡа үҙгәреүе лә ихтимал. Мартта республикала һауа торошона антициклон тәьҫир итәсәк: көндөҙ 3 – 8 градусҡа тиклем йылытһа, төндә 5 – 10 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
– Шулай булғас, ҡар даими рәүештә тығыҙлана һәм боҙлана, һыу быуға әйләнә. Ә был һыу запасы булдырыу өсөн яҡшы түгел, өҫтәүенә, яуым-төшөмдөң дә норманан түбән булыуы көтөлә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был һәйбәт тә – һыу баҫмаясаҡ, – тип билдәләне баш метеоролог.
Юрий Пустовгаров, былтырғы аномаль эҫе һәм ҡоро йәйҙе иҫәпкә алып, етерлек кимәлдә һыу запасын туплап ҡалыу бурысын ҡуйҙы. «ҡоҙоҡ-скважиналарҙа һыуҙың юғалыуына юл ҡуйырға ярамай», – тине ул. Һыу ресурстары федераль агентлығының Кама бассейны һыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горячев республиканың эре һыу һаҡлағыстарын тултырыу өсөн һыу запасының етерлек булыуын белдерҙе. Мәҫәлән, Нөгөш һыу һаҡлағысының һыйҙырышлығы 200 млн кубометр булһа, 10 мартҡа ундағы һыу күләме 135 млн кубометр булған.
Апрелдә ғәҙәттәгенән һыуығыраҡ булыуы көтөлә, май йылы буласаҡ. Ике яҙғы айҙа ла ямғырҙар норманан 8 – 20 процентҡа күберәк яуасаҡ. Июль – август уртаса йыллыҡ күрһәткестәргә тура килә. Сентябрҙең йылы һәм ҡоро килеүе күҙаллана, яуым-төшөм 15 – 20 процентҡа аҙыраҡ булыр, моғайын. Һауа температураһы норманан юғарыраҡ буласаҡ.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға